Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
20 Ғинуар 2021, 13:09

ЮЛДА

(Рәшит НАЗАРОВ). Геүләп юл күрһәтеп тораТелефон сыбыҡтары,

(Рәшит НАЗАРОВ).
Геүләп юл күрһәтеп тора
Телефон сыбыҡтары,
Аҡ сәскәләрҙәй, алдыма
Һибелә ғинуар ҡары.
Юлдар оҙон. Күр, ҡаршыла
Үтәһе аҙмы ара!
Йөрәк тә аҙымдарымды
Ашҡынып һанап бара.
Саҡырымдар ҡала, саҡырымдар
Ауылдар, һыуҙар аша.
Саҡырымдар артына боҫоп
Юл башым йыраҡлаша.
Бар икән тәүге аҙымың
Һуңғыһы булмай булмаҫ.
Тик алда әле — ҡыр, урман
Һәм тауҙар — ҡырлас-ҡырлас.
Ғүмер оҙон. Әле күпме
Яңы йыр йырлайһы бар,
Аҙмы юлдарҙы, тағатып,
Йөрәккә сорнайһы бар.
Геүләп юл күрһәтеп тора
Телефон сыбыҡтары.
Май гөлдәренең сәләме —
Һибелә ғинуар ҡары.
28.02.1963
Читайте нас: