Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Ғинуар 2021, 19:56

ҺЫУЫҒАЙ

(Минира БИКӘНӘСОВА).Ҡыш яртыһы уҙып киттеТомандарҙа – һағышы...

Ҡыш яртыһы уҙып китте
Томандарҙа – һағышы.
Яҡынайған алыҫ ҡояш,
Көндөҙ – нурҙар балҡышы!
Ем-ем итеп ҡар йылмая,
Шаян йырҙар – тауышы.
Һалҡын һауа – Һыуығайҙа
Ҡыштың бөтә булмышы.
Төнөн йондоҙҙар һөйләшә,
Ай ҡолағын “кимереп”,
Йылы яҙҙы һағынышып,
Көтә микән тилмереп?
Ағастар ҙа ойоғандар,
Тубыҡтан ҡарға батып,
Һүҙсән һайыҫҡан шыҡырлап,
Йөрөй яңғыҙ гәп һатып.
Мөрйәнән төтөн һуҙыла,
Йәмләп ауыл урамын.
Аҡ ҡар йомарламы кеүек,
Уйҙарымды ураным.
Читайте нас: