Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
13 Ғинуар 2021, 15:08

ҠОЛАҠЛЫ АЙ

(Рәшит Назаров)

Йондоҙҙар ҙа шартлап ярылыр мәл
Ер өҫтөнә ятҡан һыуыҡтан.
Елгә ҡаршы ҡыйыу баҫып торам
Мамыҡ башлыҡ, йылы ойоҡтан.
Туң нурҙары менән ҡапшай-ҡапшай
Һырындыға батҡан өйөмдө,
Ҡолаҡлы ай, ниҙер һорағандай,
Ҡалтыранып миңә эйелде.
Өшөйһөңдөр, айым! Ҡолаҡты ни
Һаҡлау кәрәк инде ныҡ ҡына, -
Был һалҡындан, дуҫым, ҡурҡмай шул ул
Йәки туң боҙ, йәки ут ҡына...
Читайте нас: