Ҡырыҫ ҡыштың тыны яман икән – Ҡар ҡаплаған, ана, ағасты. Ҡайындар ҙа башын аҫҡа эйгән, Һыуыҡ ҡурған алмағасты. Тын торһа ла улар бирешкәнме? Бирешкәнме ҡарлы буранға? Таң ҡалғандыр, бәлки, донъяларға Һалҡын аҡыл хаким булғанға? Булыр әле – һутлы ергә баҫыр Яҙҙы көтә улар – һереләр! ...Һуңғы япраҡ өҙөлөп осҡанда ла – Тере ҡала кескәй бөрөләр.