Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
29 Декабрь 2020, 15:10

Уҙып була икән яҙмышты... (Хикәйә. Аҙағы).

(Минира БИКӘНӘСОВА).

Илһам Рәмзиә өсөн бик шатланды, уға күнекмәләр яһарға ярҙам итте, кәңәштәрен әйтә килде. Ҡыҙ ҙа егеткә бер генә лә бойоғорға ирек бирмәне, уны дәртләндереп, өмөтләндереп торҙо, төшөнкөлөккә бирелеп ҡуймаһын тип ҡурҡты. Үҙе егеттең көслө ихтыярына, аҡылына, тормошто яратыуына һоҡланып туйманы. – Рәмзиә, хәтереңдәме беҙҙең бер-беребеҙгә биргән вәғәҙә? – Әлбиттә!
– Һин – еңеүсе! Тик мин, ир кеше булараҡ, һине ҡурсаларға, яҡларға тейешмен, ә киреһенсә түгел. Шулай булғас, биргән вәғәҙәңде кире ал! – Юҡ, Илһам, алмайым, һин миңә ауыр саҡта ярҙам иттең, хәҙер сират миңә!
– Мин һине бик яратам, тик һиңә ғүмерлеккә имгәк булғым килмәй, – тине егет, Рәмзиәнең күҙҙәренә ҡарап. Ҡыҙҙың яуабын ишетергә лә теләмәй ҡайтырға ашыҡты.
...Ауыр йәрәхәт эҙһеҙ үтмәй инде ул, билдәле. Рәмзиә аяҡҡа баҫһа ла, бөтөнләй үк йүнәлмәне, һәр ваҡыт медицина ярҙамының кәрәклеге үҙен һиҙҙереп торҙо. Өйҙә тороп булһа ла, эшкә урынлашты, бер мохтажлығы булмаһа ла, үҙен кәрәкле тойоу уға көс-дәрт өҫтәне. Атай-әсәй ҡурсыуын тойоп йәшәү йәш ҡыҙға ҡыйын ине, уның үҙ тормошон, ғаиләһен булдырғыһы килде, тәбиғәт кешене шулай яралтҡандыр, ҡасан да булһа бер тыуған ояһынан айырылып, һәр кем үҙенекен ҡорорға, үҙенсә генә тәртип булдырырға тейештер.
– Беҙ Илһам менән өйләнешергә ҡарар иттек, – тине бер көн Рәмзиә ата-әсәһенә. – Бер-беребеҙгә терәк булып йәшәргә уйлайбыҙ, тик Илһам был турала һеҙгә әйтергә уңайһыҙлана. Атаһы менән әсәһе ҡыҙҙарын яҡшы аңлай, уның өсөн борсола, шуға ла күңеле кителеп ҡуймаһын тип, шунда уҡ ризалыҡ белдереп: – Беҙ бик шатбыҙ, ҡыҙым. Хоҙай һеҙҙе ярҙамынан ташламаһын, бәхетле ғүмер итегеҙ,– тинеләр бер тауыштан.
...Илһам менән Рәмзиәнең бөгөн туй көнө. Табынға ултырырға ғына торғанда егеттең кеҫә телефоны шылтыраны: – Һеҙҙе медицина тикшереүҙәре үтергә саҡырабыҙ, ярҙам итә аласағыбыҙға ихлас ышанабыҙ, – тинеләр икенсе яҡ оста...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: