Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
28 Декабрь 2020, 13:34

Туған телдә ҡотлауҙар флешмобына ҡушылып өлгөрөгөҙ!

Бөгөн, 28 декабрь, Башҡортостан халҡы республика халыҡтары телдәрендә Яңы йыл менән ҡотлауҙар флешмобына ҡушыла ала.

Ҡатнашыу өсөн Башҡортостан халҡын Яңы йыл менән ҡотлау видеоролигын (бер минутҡа тиклем дауамлыҡтағы) яҙҙырырға. Уны #ПоздравляюНаРодномЯзыке, #ТыуғанТелемдәҠотлайым, #НовогоднийБашкортостан. Хэштегтары менән социаль селтәрҙәргә ҡуйырға.
Ҡотлау Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрендә булырға тейеш. Камераны горизонталь тотоп төшөрөү ҡәтғи талап. Фотолар, махсус эффекттар ҡулланырға ярай.
Флешмобта теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.
https://culture.bashkortostan.ru сайты мәғлүмәтенән.
Читайте нас: