Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Декабрь 2020, 18:07

Уҙып була икән яҙмышты... (Минира БИКӘНӘСОВА).

Хикәйә.Фото: knews.by

– Рәмзиә! – тигән тауышҡа боролоп ҡараһа, ҡасандыр дауаханала уның янына инеп йөрөгән егетте таныны.
– Илһам, һинме был?
– Эйе! Хәлдәрең нисек?
– Бына күреп тораһың, алға китеш бар, тик коляска тәгәрмәстәре ярҙамында, – тине ҡыҙ моңһоу ғына.
– Ә мин имтихан тапшырырға китеп барам, һуңғы курста инде, – тине Илһам. – Һөнәр алып был донъяла кешеләргә яҡшылыҡ ҡылып йәшәгем килә.
– Мин дә уҡырға индем, аралашып торорбоҙ әле, – тип телефондары менән алмаштылар.
Илһам менән телефон, социаль селтәр аша һөйләшеү тормошона йәм кертте Рәмзиәнең.
Егеттең алсаҡ, илгәҙәк, тәртипле булыуына тағы ла бер тапҡыр инанды ҡыҙ. Ата-әсәһе лә уларҙың дуҫлығына ҡаршы килмәне, киреһенсә, ҡыҙҙарының йөҙөндә йылмайыу күреп шатланды ғына. Илһам һүрәтте оҫта төшөрә икән, һыҙмаларҙы эшләргә лә һәр саҡ ризалашты.
Һуңғы курсты тамамлар алдынан булды был хәл. Илһам Рәмзиәгә диплом проектын эшләүҙә ярҙам итергә килгәйне. Әсәһе икәүһенә лә тәмле итеп сәй эсерҙе, егеттең хәлен һорашты, ҡыҙҙарына ярҙам иткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Рәмзиәнең бүлмәһендә икәүҙән-икәү ҡалғас, Илһам һүҙ башланы:
– Бәлки, яҙмыштарыбыҙҙы бергә бәйләрбеҙ? Мин был хаҡта күп уйландым, тик... әйтергә батырсылығым етмәне, ни тиһәң дә, икебеҙ ҙә үҙ-үҙебеҙҙе ҡарарлыҡ түгел. Эх, яҙмыш, ниңә шул тиклем беҙгә аяуһыҙ булдың икән! Ир башым менән кеше көнлө булып ултыр әле!
– Беҙ йәш әле, Илһам, – тине Рәмзиә, уны йыуатып, – бәлки, берәй мөғжизә килеп сығып аяҡҡа ла баҫырбыҙ!
– Әйҙә шулай һөйләшәйек – икебеҙҙең береһе һауыҡҡан хәлдә бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, был тормошто бергәьүтергә!
– Әйҙә! Вәғәҙәме?
– Вәғәҙә!
Атаһы бөгөн ҡыуанып эштән ҡайтып инде лә:
– Ҡыҙым, һиңә бер яңылығым бар – Израиль табиптары һине яңынан операцияға саҡыра, ярҙам итә алырыбыҙға шигебеҙ юҡ, көтәбеҙ, тинеләр. Медицина бер урында тормай, ни тиһәң дә, ете йыл ғүмер уҙып киткән бит. Йыйын, ҡыҙым, һин аяҡҡа баҫасаҡһың, – тине
Рәмзиә ҡапыл бойоғоп китте:
– Атай, беләм, был операция миллион һумдар торғанын, Илһамды ла алып барһаҡ, нисек булыр икән? – тине.
– Был мәсьәләне егеттең ата-әсәһе менән бергәләп хәл итергә кәрәк, улай еңел генә ҡарар ҡабул итеү дөрөҫ булмаҫ, – тине атаһы. Ҡыҙының күңеле ҡырылғанын һиҙеп: – Һис юғында, документтарын алып барырбыҙ, – тип өҫтәне.
. . . Ҡатмарлы операция уңышлы үтте. Рәмзиә йүнәлеренә тамам өмөтләнеп өйөнә ҡайтты, тик ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, үҙ өҫтөндә күп тир түгергә кәрәклеген аңлай ул. Илһамдың да документтарын алып ҡалдылар, ентекле өйрәнеп яуап ҡайтарырға вәғәҙәләнеләр.
Бөтә нәмә һин уйлағанса барһа икән ул! Ярты йылдан һуң ғына, Илһамды операцияға алмайбыҙ, һөҙөмтә бирмәйәсәк, кире ҡайтарғыһыҙ үҙгәрештәр булған, тип яуапланылар.
(Дауамы бар).
Читайте нас: