Атаһы менән әсәһе ҡыҙҙары өсөн ифрат ҡайғырҙы, тамаҡтарына аш барманы, күҙҙәрен йоҡо алманы, күңелдәре Рәмзиәнең киләсәген уйлап болоҡһоно.
– Израиль табиптары менән телефон аша һөйләштем, консультация яһар өсөн документтар һоранылар, әгәр кәрәк тип тапһаҡ, саҡырырбыҙ, тинеләр, – тине Рәмзиәнең атаһы.
– Эй, Аллам, мәрхәмәтеңдән ташлама беҙҙе, бөтә ышанысыбыҙ, өмөтөбөҙ һиндә, Хоҙайым, балаҡайыма кеше ҡулдарына ҡалып ултырырға, башҡалар күҙенә ҡарап тилмерергә яҙмаһын, – тип ялбарҙы әсәһе.
Тағы бер ай самаһы ваҡыт уҙҙы, Рәмзиәнең аяҡ-ҡулы хәрәкәтһеҙ ҡалабирҙе.
– Аяҡ-ҡулды йөрөткән нервы тамырҙарын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тергеҙеп булмай, ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләнек, – тине табиптар.
Израилдән ыңғай яуап алғас, атаәсәһе ҡыҙҙарын самолет менән сит илгә алып килде. Энә күҙәүенән үткәргәндәй күп һанлы тикшереүҙәрҙән һуң Рәмзиәне яңынан операция өҫтәленә һалдылар. Ете сәғәт операция яһағандан һуң ғына палатаға индерҙеләр.
– Ҡулдары йөрөүенә шигебеҙ юҡ, ә бына аяҡтары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрәкәтһеҙ ҡаласаҡ, беҙ был осраҡта көсһөҙ, – тине табиптар, – ләкин һеҙ үҙегеҙ ҡыҙығыҙҙың тормошон күпкә еңеләйтә алаһығыҙ.
Табиптарҙың диагнозы менән һис килешергә теләмәне Рәмзиәнең ата-әсәһе, ҡыҙҙарының йүнәләсәгенә бер ҙә өмөттәрен өҙмәне. Өйҙә бөтә уңайлыҡтар булдырылды: ҡыҙҙары үҙ бүлмәһендә пульт менән бөтә тормошона идара итте, әсәһенә бигерәк тә күп көс төштө. Рәмзиә яңы тормошҡа өйрәнде, ҡулына тотоп ашай, китаптар уҡый башланы.
– Әсәй, минең һөнәр алғым килә, ситтән тороп булһа ла уҡырға инер инем, – тине берҙән-бер көн ҡыҙы.
Атаһы теләгенә ҡаршы килмәне, ҡабул итеү комиссияһын өйөнә саҡыртып, имтихан алдыртты. Шулай итеп, Рәмзиә, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, юғары уҡыу йорто студенты булып китте.
Уҡыу компьютер ярҙамында еңел бирелде, әммә һыҙмаларҙы ҡул менән эшләүе ауырыраҡҡа тура килде. Әленән-әле дауаханала ятып сыҡты, ул хәҙер коляскала йөрөй ала, был уның тормошон бер аҙ еңеләйтте.