Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Декабрь 2020, 02:20

Уҙып була икән яҙмышты... (дауамы)

(Минира БИКӘНӘСОВА).Тирә-яғы ап-аҡ Рәмзиәнең – түшәм, стеналар, өҫтөнә ябылған япма, гипсҡа ҡатырылған аяҡ – ҡулдар...

Нимә булды һуң әле, ни өсөн бында ята, ул бит кис класташтары, уҡытыусылары, ата-әсәләре менән кафела ултырырға тейеш? Әллә был төшмө, әллә аттестат тапшырыу кисәһенә йоҡлап ҡалғанмы...
Ҡыҙҙың башынан мең төрлө уй үтте, ул ҡуҙғалырға итеп ҡарағайны ла, башы ауыртты, тәне һыҙланы – ҡымшанырлыҡ та түгел!
– Ҡыҙым, тик кенә ят, һиңә ҡуҙғалырға ярамай, – тине әсәһе. Уның күҙҙәре күп илауҙан шешенеп ҡыҙарған.
– Әсәй, мин ҡайҙа, нимә булды?
– Һыуға һикергәндә башың менән ҙур осло ташҡа бәрелгәнһең, ярай,
төҙәлерһең, балам, табиптар операция яһаны...
– Операция? Мин бер нимә лә иҫләмәйем.
– Һине һыуҙан сығарғанда ла, дауаханаға алып барғанда ла аңһыҙ инең, бына әле генә күҙҙәреңде астың, – тип әсәһе ҡыҙының битенән үпте, маңлайына һалҡын ҡулдарын терәне.
Та б и п т а р Рәмзиә өсөн барыһын да эшләне: бөтә уңайлыҡтары булған айырым палата, ҡиммәтле дарыуҙар, яңы препараттар. Атаһы менән әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙарының аяҡҡа баҫып китеүенә бөтә көсөн һалды, табиптар менән көн дә осрашып, кәңәшләшеп торҙо.
– Умыртҡа һөйәге ныҡ йәрәхәтләнгән, нервылар зарарланған, тағы бер нисә операция кәрәк буласаҡ, әгәр мөмкинлек тапһағыҙ, сит ил табиптарына күрһәтеп ҡарау зыян итмәҫ ине, – тине дауалаусы табип.
Ҡапыл яҙмыш ебәргән һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәне Рәмзиә, һауығырына, алдына ҡуйған маҡсатына ирешеренә ышанды. Яйлап дауахана тормошона өйрәнде, әсәһе, әлбиттә, бер минутҡа ла янынан китмәне. Ҡуҙғалырға ярамағанлыҡтан, бер төрлө генә ятырға тура килә Рәмзиәгә, әсәһе арҡаһына массаж яһай, шәфҡәт туташы ҡалдырып киткән дарыуҙарҙы бирә, ашата. Ул ятҡан палатаға бер ауырыу ҙа инергә баҙнат итмәй, ишек асыҡ саҡта баштарын бороп ҡарап китәләр, ҡайһы берҙәре сәләм дә ҡушҡылай.
Бер көн инвалид коляскаһындағы бер егет инергә рөхсәт һораны. Әсәһе тәүҙә егетте күргәс, ни
әйтергә белмәй тора ине, Рәмзиә:
– Үтегеҙ, үт! – тип әйҙүкләп саҡырҙы.
– Һеҙ бында күптәнме? – тип һораны егет.
– Эйе, теүәл өс ай.
– Мине лә өс ай элек авариянан һуң алып килгәйнеләр, кисә генә коляскаға ултырҙым, бына донъя күрергә сыҡтым әле, – тине, көлөмһөрәп.
– Миңә әлегә ҡуҙғалырға ярамай шул, яңыраҡ ҡына тағы операция яһанылар.
– Иң мөһиме – ышанысты юғалтырға ярамай, бер төшөнкөлөккә бирелдеңме, бөттө, тигән һүҙ. Мин китап уҡыйым, шөкөр, ҡулдарым иҫән-һау, – тине егет.
– Йышыраҡ кереп йөрө, тиңдәштәрем менән һөйләшкем килә, класташтарым хәҙер уҡыу йорттарына таралышып бөткәс, улар килеп йөрөй алмай, – тип ҡарашы менән генә оҙатты Рәмзиә яңы танышын.
(Дауамы бар).
Читайте нас: