Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
20 Декабрь 2020, 21:24

Уҙып була икән яҙмышты...

(Минира БИКӘНӘСОВА).– Әсәй, сәғәт нисә?– Торһаң да була, ҡыҙым, эштәрең күп, өлгөрөргә кәрәк.Эйе, бөгөн Рәмзиәнең ғүмерендәге иң иҫтәлекле, иң мөһим көнө – ул аттестат аласаҡ.

Имтихандарҙы “бишле” билдәләренә генә тапшырҙы, теләге – киләсәктә программист булыу!
– Атай, һинең юлыңдан китмәксемен, эшеңдә ярҙам итермен, – тине Рәмзиә.
Атаһы – дәрәжәле кеше, ҙур фирма етәксеһе, ҡыҙының уңыштары менән ғорурлана.
– Ярай, ҡыҙым, тәүҙә уҡыу йортона ин, уҡып бөт әле, шунан күҙ күрер.
Матур биҙәлгән мәҙәниәт йортонда йәнле тамаша булды, аҙаҡтан директор, һәр уҡыусыны сәхнәгә
саҡырып, аттестат тапшырҙы.
– Бирҙеғолова Рәмзиә Марат ҡыҙы!
Рәмзиә, аҡ күлдәген елберләтеп, аҡҡоштай йөҙөп сәхнә уртаһына сыҡты. Оҙон ҡара сәсенә яһалған килешле прическаһы уны тағы ла сибәрерәк күрһәтә – һылыу кәләш тиерһең!
Аттестат алғас, фотоға төшөп кинәнделәр, шат йөҙҙәре балҡып торған, киләсәккә ҙур, яҡты өмөттәр бағлаған егет һәм ҡыҙҙар шаярышты, көлөштө. Һуңынан уңайлы иркен автобустарға ултырып, тәбиғәт ҡосағына ашыҡтылар. Көн эҫе, барыһы ла йылға буйына йүгерҙе.
– Рәмзиә, әйҙә беҙҙең янға! Бында ҡолас ташлап йөҙөп була.
– Хәҙер киләм, минһеҙ һыу инмәй тороғоҙ!
Рәмзиә класташ ҡыҙҙары янына йүгерҙе. Ул бәләкәйҙән бассейнға йөрөнө, ата-әсәһе менән йыл да Ҡара диңгеҙгә ял итергә баралар ине. Йөҙөргә ярата ҡыҙыҡай, тулҡындарҙы ҡосһам, хыялдарымды, тормошомдо ҡосҡан кеүек булам, тип шаярта ул.
– Ҡыҙҙар, егеттәр, минең рөхсәтһеҙ һыу инмәйбеҙ, билдәһеҙ урында тағы сумып ҡуймағыҙ, тәрәнлеген белмәйенсә, – тип киҫәтеп торҙо уҡытыусы.
– Ярай, бер генә сумабыҙ ҙа сығабыҙ, бында бик тәрән түгел, билдән генә, – тине улары.
Уҡытыусы күрмәгәндә, Рәмзиә һыуға һикерергә булды ла ярҙан ҡыйғыр ҡоштай аҫҡа атылды. Аһ, башы менән ҡаты ташҡа бәрелде, ахыры, ҡапыл бөтә тәнен ут ялмап алдымы ни, ҡыҙ иҫен юғалтты...
Фото: photocentra.ru
(Дауамы бар).
Читайте нас: