Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
17 Декабрь 2020, 12:48

КИТАПҠА

(Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА).Борондан күңел нурланың,Хеҙмәтең изге, Китап...

Борондан күңел нурланың,
Хеҙмәтең изге, Китап.
Өс тиҫтә йыл һинең менән
Ғүмер юлдарым уртаҡ.
Үкенмәйем, һәр көнөмдөң
Мәғәнәһен арттырҙың.
Йән йылыһын таптым һиндә,
Һиндә рухым яҡтырҙы.
Аҫыл һүҙҙең ҡәҙере бар –
Уны һанлаусы булһа.
Туған телдең бәҫе артыр,
Уҡып, аңлаусы булһа.
Һинең менән күтәрелдем,
Китабым, бергә үргә.
Насип итһен, ғашиҡтарҙай,
Айырылмаҫҡа ғүмергә.
Фото: kitap-ufa.ru
Читайте нас: