Рух
+6 °С
Ясно
Илһам
12 Декабря 2020, 19:53
ТЫУҒАН ЕР
ТЫУҒАН ЕР(Минира БИКӘНӘСОВА).
Тыуған ерем – Башҡортостан!
Бармы һиңә етерлек?
Тау-урманың, йылғаларың
Күрһәң – иҫең китерлек!
Уралтауҙа ята икән
Хазина – алтын-көмөш,
Йомартлығың- икһеҙ-сикһеҙ:
Сыҡты һәр кемгә өлөш...
Байлығыңа ҡул һуҙырға –
Тапап башҡорттоң ерен,
Нисә дәүләт ашҡыналар
Еңмәй ҡомһоҙлоҡ сирен!
Изге шихан тауҙарының
Һурырға елек майын
Тырыштылар, әммә халыҡ
Ҡыуҙы ҡомһоҙон, байын.
...Аманатҡа хыянат итеү –
Илең һатыу менән бер!
Мәңге йәшә, быуындарға
Мираҫ булып ҡалған ер!
Фото: rb7.ru
Читайте нас