Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
10 Декабрь 2020, 15:07

ҺАУ БУЛ, ҠОЯШ!

(Рәшит НАЗАРОВ).Тағы ла бер көнөм ҡайтмаҫ өсөнУҙып китте. Һау бул, ҡояшым!

ҺАУ БУЛ, ҠОЯШ!
(Рәшит НАЗАРОВ).
Тағы ла бер көнөм ҡайтмаҫ өсөн
Уҙып китте. Һау бул, ҡояшым!
Күңелемдә ҡалды һинең нурың,
Уйҙарымда – һинең ҡоласың.
Ҡарт имән дә, ҡатҡан билен яҙып,
Башын эйҙе, ана, моң аша.
Һуңғы нурҙар башаҡтарҙы үбә,
Һағындырыр инде таңғаса.
Елдәр иҫә байҡап Ватан өҫтөн,
Мин ишетәм еңеү өндәрен.
Көн оҙоно эшләп тегә кеше,
Теге ялдың мамыҡ мендәрен.
Көтмәгәндә тыуған ябыҡ уйҙай булып,
Күк йондоҙо балҡып атылыр.
Бәлки әле, ошо – килер таңдың
Төндәр аша сәләм хатылыр?
Нурҙар һүнә. Төн йәйелә ҡырға.
Уттар яна, уттар сып-сыбар.
Һау бул, ҡояш! Таңын йөрәгемдә
Үҙеңдең үк нурың ҡаршылар.
Читайте нас: