Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
13 Август 2020, 16:55

"Барыҫ" ( хикәйә ). Аҙағы.

Минира БИКӘНӘСОВА. ...Фәниә ҡапыл ишек дөбөрҙәгән тауышҡа уянып китте. Барып асһа- күршеһе Факиһа тора.- Әйҙә, тороп ҡалаһың бит!

...Фәниә ҡапыл ишек дөбөрҙәгән тауышҡа уянып китте. Барып асһа- күршеһе Факиһа тора.
- Әйҙә, тороп ҡалаһың бит!
- Нимәнән?
- Бөтә ауыл “Барыҫ» ты ташый!
- Нисек? Әсмә теймәҫкә ҡушты бит!
- Эй, бигерәк бер ҡатлыһың да инде, ас халыҡ нишләп тик ятһын!
Улар яңы ғына сәселгән баҫыуға табан атланы. Ай яҡтыһы- һыу кеүек! Шыбырлап һөйләшкән, ара- тирә балта һуҡҡан тауыштар ишетелә. Үгеҙҙең ике ботон, алғы яғын тиреһе менән бергә алып үҙ-ара бүлешеп бөткәндәр ине инде. Вәлит итте ашыҡ- бошоҡ сабып биреп тора.
-Ярай, район вәкиле лә ас кешене аңлар, күрәләтә һаҫытып ятҡырып булмаҫ, ана бит еҫләнә лә башлаған! Исмаһам, бала-саға һурпа төҫө күрер,- тине ул.
Бәләкәй генә ауылдың ас халҡы ит өҫтөнә ябырылған себендән дә былайыраҡ геүләне.
- Барығыҙ, ҡайтып китә һалығыҙ, донъя хәлен белмәк юҡ,- тип ҡыуҙы Вәлит кешеләрҙе.
- Башын ҡалдырайыҡ, райондан килгәндәргә күрһәтеп, дәлилләр өсөн.
Фәниә менән Факиһаға ҡабырға өлөштәре тейҙе. Улар итте тотоп йүгерә-атлай өйҙәренә табан йүнәлде.
Иртәнсәккә үгеҙҙән бер ниҙә ҡалмаған ине инде. Вәлит ҡалдырған үгеҙ башы ла төндә юҡ булған.
Ҡыҙыу эш көндәре булғанғамы, әллә ауыл район үҙәгенән алыҫ ятҡанғамы килеп тикшереп йөрөүсе кеше булманы.
- Бына шулай, Хоҙай әмере булғас, “Барыҫ»тың ите ауыл кешеләренә аслыҡты бер аҙға ғына булһа ла онотоп торорға ярҙам итте,- тип һүҙен тамамланы Нәсимә инәй. – Инде бала-сағаға бындай михнәттәрҙе күрергә яҙмаһын.
Ейәне менән ейәнсәре оләсәһенең хикәйәтенән һуң уйланып, ҙурайып киткәндәй булды.
Читайте нас: