Рух
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Август 2020, 17:15

ГАДЖЕТ( юмореска)

-Шылт, шылт...Эй, яратам да инде ошо тауышты! Һеҙгә лә ул таныштыр. Телефоныма эш хаҡы килгәнен белдереп банктан килгән смс тауышы ул.

Минира БИКӘНӘСОВА.
-Шылт, шылт...
Эй, яратам да инде ошо тауышты! Һеҙгә лә ул таныштыр. Телефоныма эш хаҡы килгәнен белдереп банктан килгән смс тауышы ул. Тик «шылт»итеп аҡса төшөр өсөн «шып»итеп барып ултырырлыҡ эш урыны кәрәк шул!
Бер көндө етәксебеҙ беҙҙе йыйып алды ла:
  • Эшләгегеҙ килһә, минеке кеүек крутой телефон алығыҙ, - тип бойорҙо. – Мин эш сәфәре менән күп йөрөйөм, мине юҡ тип, тик ултырмағыҙ. Нимә менән шөғөлләнеүегеҙҙе телефонға төшөрөп, миңә ебәреп тороғоҙ, - тине.
  • Һай, башлы ла икән беҙҙең түрә! Шулай булмаһа, юғары урында ултыртмайҙар инде уны.
    Икенсе көндө барыбыҙҙың да шәп телефондары пәйҙә булды. Ә ниңә, алдыҡ шул! Хәҙер нимә эшләһәк тә телефон камераһына төшөрә барабыҙ. Һәләк матур килеп сыға. Хатта ҡайһы берҙәребеҙ сағыуыраҡ фотолар булһын өсөн модный күлдәктәр ҙә һатып алды.
    Эш өҫтәле артында ла, күмәкләп йыйылып та, ҡағыҙҙар араһына башыбыҙ менән сумып та фотоға төшәбеҙ, ҡыҫҡаһы, сөскөргәнде лә телефонға теркәй барабыҙ. Уларҙы биҙәкле рамдарға ҡуйып кабинет стеналарын тултырҙыҡ, вәт! Әйҙә күрһендәр әле нисек эшләгәнде.
    Ысынлап та, уңыш оҙаҡ көттөрмәне. Беҙҙең «эш» өҫтөндә төшкән фотоларҙы баһалап, «иң яҡшы коллектив” тигән исем бирҙеләр, һәм арыу суммала премия ла эләкте. Йәшәһен телефон һәм уның камераһы, хи-хи-хи...
    Бер көн эштән ҡайтыуыма улым:
    - Әсәй, тағы бер телефон кәрәк! - тимәһенме.
    - Бәй, бәй, яңы ғына өр-яңы модель смартфон алып бирҙем бит, - тим ғәжәпләнеп.
    - Быныһы ябайыраҡ булһа ла ярай, - ти улым күҙ йәштәрен ялтыратып.
    - Аһ, аһ, ту һиңә крутой, ту һиңә ябай...нисек аңларға?
    Шул ваҡыт улым серен асып һалды:
    • Беләһеңме, әсәй, уҡытыусы яҙма эш алдынан барыбыҙҙың да телефондарын йыйып ала. Шул ваҡыт беҙ ябайыраҡ телефонды уға тапшырабыҙ ҙа, икенсеһен йәшереп кенә үҙебеҙҙә ҡалдырабыҙ. Ну...крутойырағын, интернеттан күсерергә, «икеле» алғы килмәй бит.
    • Вәт, шилмалар! Нимә уйлап сығарғандар! Әйтәм, гел «5» тә «4». Вәт, килде бит замана йәштәргә. Күрәләтә алдашырға өйрәтеү ҙәһә был баланы. Йә, ярай, кеше ни ҡылһа, шуны ҡыланһын, әйҙә! Аттестатына йүнле билдәләр кәрәк, имтихандарҙа ла шул телефон ярҙамға килә, уҡыу йортона инһә лә шул телефонһыҙ уҡый алмаҫ, шунан эшкә керһә - әпәт шул телефон...
      Ата-әсәләр йыйылышында уҡытыусылары:
      - Аралашыр өсөн ябай ғына телефондар алығыҙ. Белем сифатын бер нисек тә дөрөҫ асыҡлап булмай, интернет аша яуаптарын ғына алалар,- тигәйне. Уҡыусыларҙың иҫ киткес телефонға һалышыуына зарланып:
      - Хәҙер балалар өйгә эштәрен дә интернеттан алып, күсереп яҙып та тормай телефонға ҡарап яуап бирәләр, - тип аптыратҡайны.
      ...Бөгөн бер коллҽгабыҙ хәбәр һалды:
      - Яңы модель телефон сыҡҡан. Тиҙ генә эш хаҡы килеү менән һатып алайыҡ! Быныһы үҙебеҙ эшкә килмәгәндә лә, эшләп ултырған итеп күрһәтә икән,- тине.
      Уй, алырға өлгөрөргә кәрәк! Йүгерҙем...
      Фото: yandex.com
      Читайте нас в