Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
18 Февраль 2020, 20:15

Үс ( хикәйә)

Эх, типһә- тимер өҙөрлөк сағы әле Рәистең! Йәшлегенең сәскә атҡан ваҡыты! Ҡап-ҡара тулҡынланып торған сәсен килешле йөрөтөүе, мут йылмайып күҙҙәрен ҡыҫып ҡарауы, етеҙ хәрәкәте ҡыҙҙарҙың һушын ала ла ҡуя бит!

Үс ( хикәйә)
Эх, типһә- тимер өҙөрлөк сағы әле Рәистең! Йәшлегенең сәскә атҡан ваҡыты! Ҡап-ҡара тулҡынланып торған сәсен килешле йөрөтөүе, мут йылмайып күҙҙәрен ҡыҫып ҡарауы, етеҙ хәрәкәте ҡыҙҙарҙың һушын ала ла ҡуя бит! Егерме биш йәшлек егеткә ни кәрәк шунан башҡа. Сибәркәйҙәрҙең былай ҙа әйләнергә торған башын зырр итеп үҙенә ҡарата ла ҡуя егетебеҙ. Училищела бергә уҡып йөрөгән һабаҡташтары Рәискә бер аҙ көнләшә лә.
- Ҡарале, ҡара, беҙгә тигәндәрен дә алып бөттө был. Бер ҡыҙ менән дуҫлашып китеп булмай, ә уның... көн дә яңы, - тип тел шартлатты Рауил.
- Миндә лә уныҡы кеүек буй-һын булһааа... - тип көрһөндө Уйылдан.
- Эй, егеттәр, улай тип әйтмәгеҙ әле, күп былай йөрөһә - бер хәлгә тарымаҫ тимәгеҙ, - тип сер бирмәне Азат.
Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәй, егеттәрҙең дә береһенә бәхет йылмайҙы - Азат ҡупшы һынлы, зәңгәр күҙле бер ҡыҙ менән танышты. Хатта, дуҫтарына күрһәтәм, тип дөйөм ятаҡ бүлмәһенә алып килде.
- Таныш булығыҙ, Әлиә! – тине егет иптәштәренә маһайып. Азаттың яңы танышы ысынлап та бик сибәр икән шул, кем әйтмешләй, бер ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ...
Сәй әҙерләп бөтөүгә Рәис тә ҡайтып инде.
- Оһо, ниндәй аҡҡош йөрөй тиһәм, - тине ул, Әлиәгә серле ҡараш ташлап.
Ошо көндән башлап Азат менән Рәис араһынан ҡара бесәй үтте ләһә. Бығаса дуҫ булып йөрөгән егеттәр үҙ-ара дошманға әүерелде.
Баҡтиһәң, Рәистең Әлиәгә күҙе төшкән икән! Һәр осраған ҡыҙ алдында «уңышҡа» ирешеп, үҙенә ҡаратып өйрәнгән егеткә был юлы ла уңыш йылмайҙы.
Берҙән-бер көндө Әлиә:
- Ғәфү ит, мин Рәисте яратам! - тимәһенме! Азат был һүҙҙәрҙән ҡолап китә яҙҙы.
Тик ни ҡылаһың - яратмаған өсөн хөкөм юҡ, тиҙәр бит. Азаттың да яңы ғына бөрөләнеп килгән һөйөү хистәре, йәйге ҡырауға бирешкән гөл кеүек һулыны .
Бүлмәләш дуҫтары :
- Ысынлап һиңә ғашиҡ булған булһа, башҡаға күҙ атмаҫ ине. Рәис тә, Әлиә лә – бер ҡалыптан! - тип “йыуаттылар.
Азаттың Рәискә ҡарата үпкәһе ҙур ине. «Сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләк кеүек йөрөү егетлекме һуң? Ҡыҙҙарҙың хис-тойғолары менән уйнау, күңелдәрен мәңгелеккә ҡыйыу – яҡшы түгел», тип уйланы ул. -Ҡыҙҙары ла бит әле - татлы телле, йылғыр егеттәргә генә ҡарарға торалар. Ә тормошта бына минең кеүек сабыр холоҡло, һәр һүҙен үлсәп һөйләр ир-аттар кәрәк! Эх, йәлләйем мин һеҙҙе бер ҡатлы ҡыҙҙар, шулай алданаһығыҙ бит «тәтәй» елбәҙәктәргә... Ҡапыл Азаттың Рәистән үс алғыһы килде -ә ниңә алмаҫҡа? Әҙ ҡыҙҙарҙың йәшлек хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапанымы? Хатта дуҫының һөйгәнен һалдырып алырға ла күп һораманы... Эйе, аҡылға ултыртырға кәрәк ул йәлтәкәйҙе, ғүмерлеккә һабаҡ булһын...
Минира БИКӘНӘСОВА.
(Дауамы бар).
Читайте нас: