Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Ғинуар 2020, 12:25

Туғыҙ ай (юмореска)

-Туғыҙ ай! Туғыҙ айға түҙергә...Әхирәтемдең был һүҙҙәренән сәстәрем үрә торор хәлгә етте.Ай, аллаҡайым, китсәле, ошо йәшкә еткәс...

Туғыҙ ай (юмореска)
-Туғыҙ ай! Туғыҙ айға түҙергә...
Әхирәтемдең был һүҙҙәренән сәстәрем үрә торор хәлгә етте.
Ай, аллаҡайым, китсәле, ошо йәшкә еткәс... Шулай ҙа аптырауымды йәшерергә тырышып:
-Ярай, йән биргәнгә йүн бирер әле, - тигән булдым.
Күптән инде ейән-ейәнсәрҙәр ҡосҡан әхирәтемдең был аҙымы бик сәйер, башҡа һыймаҫлыҡ ине. Күңел төпкөләнән уны аҡларлыҡ, яҡларлыҡ дәлилдәр эҙләнем. Ни тиһәң дә, кешенең ҡылыҡтарына ҡапылғара һығымта яһар, етешһеҙлектәрен еңел-елпе тикшерер йәштән үткәнбеҙ.
Бәй, ниңә аптырарға! Ана, сит илдә бер ҡатынды 60 йәшен тултырған көндө саҡ алып барып еткергәндәр, тиҙәһә, балнисҡа. Беҙҙең заманда барыһы ла мөмкин, ниндәй генә аҙымдарға бармай кеше үҙ маҡсатына етер өсөн.
-Эй, Хоҙайым! Нисек кенә йөрөрмөн инде шул саҡлы ваҡытты! Туғыҙ ай - туғыҙ көн түгел бит! - тип әсенде әхирәтем.
-Бынағайыш, һуң, беренсе тапҡырмы ни, - тинем уны йыуатып. - Аҫыл йөктөң ауыры юҡ, тигәндәй, үҙең теләгәс ни...
-Теләгәс, тип, нимә эшләйем һуң? Нисә йылдар көтәм дәһә...
Әхирәтемдең һурылып киткән йөҙөнә иғтибар иттем. Бик йәл булып китте ул. Ҡосаҡлап алғым, йыуатҡым килде.
-Ярай, зато аҡсаһын алып ятырһың...
-Бәй, шул тип тырышам бит инде.
Әхирәтемә сәйер ҡараш ташланым. Донъя малына иҫе китмәгән бер кеше ине ләһә ул, бына бит тормош ни эшләтә... Кемгә аҡса етә тип уйлайһығыҙ, хатта анау ай һайын яртышар миллион алған депутаттар ҙа яғаға-яға йәбешә шул аҡса тип. Ә беҙҙең кеүек 10меңгә лә етмәгән эш хаҡы алыусыларға нисек йәшәргә һуң? Бына шулай төрлөсә ҡыланырға тура килә шууул...
- Туғыҙ ай...Һиңә генә ышанам инде...
Йөрәк төпкөлөнән сыҡҡан был ауаздарҙы иренә бышылданы әхирәтем.
Вәт, исмаһам, өндәшә белә! Шул тиклем дә ирсәк булыр икән. Тегеһе лә ирәйеп китеп:
- Хафаланма, тырышырбыҙ, - тигән була бит әле.
Эй, ошо әхирәтемде, иренә әллә нисек ярай белә...Аһ, аһ, төпкөл ауылдан район үҙәгенәсә туғыҙ ай буйы балнис юлын тапарға бит . Автобуста ҡыҫылып йөрөмәҫ инде ишек алдында машина була тороп. Әйтеп тә ҡуя инде, әйкәйем.
...Йоҡларға ятҡас, ошо айҙарҙы үҙемдең нисек тултырғанымды хәтерләнем. Ваҡытында ҡыйын булһа ла, иҫ китмәле татлы мәл булып күңелдә уйылған. Туҡтале, ошо арауыҡта әллә нимәләр ашайһы килә торғайны лаһа! Иртәгә үк әхирәтемде тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлайым әле, нишләп был хаҡта уйламағанмын ул?
Алма, кәнфит,емеш-еләк, тоҙло ҡыяр... Шып тулы пакетымды алып ингәндә әхирәтем өйҙә юҡ ине инде.
- Йомош менән сығып китте. Көтөп ултырып тороғоҙ, - тине йәмәғәте.
- Юҡ, ярай, минең дә эштәрем күп. Такси саҡырҙым, хәҙер килеп етергә тейеш, аҙаҡ шылтыратырмын әле, - тип сығыу яғына ыңғайланым.
Ҡалаға ҡайтҡас та әхирәтем хәтеремдән сыҡманы. Ара-тирә шылтыратып хәл белешеп торҙоҡ.
- Нисек кенәһең, ауыр түгелме?
- Йөрөйөм әлегә, ауыр тип, ни хәл итәйем?
Биш-алты ай үтеп китте. Апаруҡ ҡына йомрайған әхирәтемде күҙ алдыма килтереп көрһөнөп тә ҡуям. Йәш сағы булһа, уйлап та бирмәҫ инем, бер ул түгел, һәр ҡатын-ҡыҙҙың башынан үтә торған хәл, тигәндәй.
«Ғүмер оҙаҡ - йыл йыраҡ» тиһәләр ҙә, туғыҙ ай «йылп” итеп кенә ҡалды, минең өсөн. Ә кемгәлер ул бик оҙаҡ тойолғандыр...
- Әйҙә, кил, - тине шат тауыш менән әхирәтем бер шылтыратҡанында.
Мин тулҡынланыуымды йәшермәй:
- Ҡотлайым, ысын күңелдән! Килермен! - тинем.
Магазиндар рәте буйлап атлайым. Йә инде, тамам албырап, кем икәнен дә һорап өлгөрмәнем. Ҡабат шылтыратырға уңайһыҙ...
Һатыусы менән кәңәшләшеп, хаҡы менән дә иҫәпләшеп тормайса затлы-затлы бүләктәр, күстәнәстәр алдым.
Ейән-ейәнсәрҙәр, кейәү-килендәр араһында, бер ҙә генә тартынмай, бәпәй тотоп ултырған әхирәтемдең бәхетле йөҙөн күҙ алдына килтереп йылмайып ҡуйҙым.
Ауылға килеп, йортҡа ингәндә табынға саҡ йыйылалар ғына ине әле. Шулай инде ауыл кешеһе - һыйырын һаумай, ҡош-ҡортон теүәлләмәй күңел асмай.
- Ярай, йәмәғәт, - тип һүҙ башланы әхирәтемдең ире. Мин ҡарашым менән «йәш атай»ҙы күҙәттем, балаһы бәлиғ булғанда нисә йәштә булырын иҫәпләгәс, тәндәрем зымбырҙап китте.
Шул ваҡыт ап-аҡ биләүгә биләнгән йомғаҡты һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫып, әхирәтем алдыбыҙға баҫты.
- Бәхетленең байрамы бергә, тигәндәй, пенсия йәшем тулған көндө генә тағы бер ейәнем тыуҙы, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр! - тине ул йылмайып.
Мин бер аҙға ғына телһеҙ ҡалдым. Ваҡиғаның бындай боролош алыуына сикһеҙ ҡыуанып, әхирәтемде ҡосаҡлап, бәпес бүләктәрен һуҙҙым.
Минира БИКӘНӘСОВА.
Читайте нас: