Рух
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Декабрь 2019, 00:00

Айыҡ ауыл ( хикәйә)

Был ауаздар бөтәһе лә бер йорт ихатаһынан сыҡҡан икән.- Һаумыһығыҙ, - тип ихлас өндәште йорт хужаһы ҡапҡа алдына сығып. – Әйҙәгеҙ, сәй эсергә, яңы ғына умарта ла ҡараным...

Был ауаздар бөтәһе лә бер йорт ихатаһынан сыҡҡан икән.
- Һаумыһығыҙ, - тип ихлас өндәште йорт хужаһы ҡапҡа алдына сығып. – Әйҙәгеҙ, сәй эсергә, яңы ғына умарта ла ҡараным...
Ҡунаҡтар инәлтеп тормай өйгә инде. Хужабикә өҫтәл әҙерләне. Яңы бал менән хуш еҫле сәй күңелгә ятты.
- «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға ғариза биргәйнегеҙ бит, бына хәбәрселәр килеп тә еткән, - тине етәксе. – Бергәләп, һөйләшеп алаһы ине.
- Эйе, эйе, был конкурс талаптарына ярашлы, халыҡ айыҡ тормош алып барырға, ауылды йәнләндерергә, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙә әүҙем эшләргә бурыслы, - тип теҙеп алып китте хәбәрсе ҡыҙ.
- Ә һеҙҙә ниндәй эштәр эшләнә? - тип фотохәбәрсе егет тә һүҙ ҡыҫтырҙы.
...Ҡояш төшкә ауышты. Урман яҡын булғас, ағас шауы, ҡоштар һайрауы ап-асыҡ ишетелде.
«Ҡараңғы төшмәйенсә баҫыуҙан ҡайтмаҫтар инде, - тип уйланы хәбәрсе ҡыҙ. - Беҙгә бит кире әйләнеп ҡайтырға ла кәрәк, юл оҙон...»
Уның уйын һиҙгәндәй:
- Әйҙәгеҙ, йыйылышып пландар хаҡында һөйләшәйек, булмаһа, - тине ауыл башлығы. – Ҡайҙа йыйылабыҙ?
- Бәй, әйҙәгеҙ баҡсаға инәйек, бында еләҫ, урын күп, - тип әйҙүкләне йорт хужаһы.
Баҡсала емеш ағастары, йәшелсә, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫә икән. Ҡыҙарған помидор, өлгөргән кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр түтәлдәре...
Матур япма ҡороп ҡуйған икән бөтмөр хужа. Эскәмйәләргә ултырғас, хәбәрсе ҡыҙ:
- Тағы бер-нисә йорттан кешеләр саҡырайыҡ, - тине.
Биләмә етәксеһе баҫып һүҙ алды:
- Ҡәҙерле башҡала ҡунаҡтары, хәбәрселәр! Беҙҙең “Ураҡсы» ауылы элек-электән уңған кешеләре, алсаҡ, яғымлы хужалары менән дан тотто. Тирә-яғыбыҙҙың тәбиғәте ожмахҡа тиң! Эргәбеҙҙә генә баҫыу-ҡырҙарыбыҙ йәйрәп ята. Йәнгә шифа бирә торған шишмәбеҙ бар. Ниндәй генә гөлдәр үҫмәй тирә-яғында, ул ҡош-ҡорт, кейек-йәнлектәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ...
- Ауылығыҙҙа нисә кеше йәшәй? - ҡыҙ блокнотынан айырылмай ғына һорап ҡуйҙы.
- Бер...ғаилә
Яңылыш ишетәмме тиеп, ҡыҙ башын күтәрҙе:
- Күпме тинегеҙ?
- Мин бер үҙем генә йәшәйем, ҡатыным менән. Ейәндәрем әле каникулға ҡайтҡайны, - тине йорт хужаһы.
- Ннисек? - тип аяғүрә баҫты хәбәрселәр.
- Шау-гөр килеп торған ауылда тәүҙә мәктәп ябылды, - тип һөйләп алып китте ул. – Билдәле, мәктәп булмағас, йәштәр ауылда ҡалманы. Былай ҙа ауылыбыҙ ситтә урынлашҡан, баланы ҡайҙа уҡытмаҡ кәрәк?
- Ә колхоз? - тине йөҙө ағарып киткән хәбәрсе ҡыҙ .
Колхоз һүҙен ишеткәс, ирҙең йөҙө ҡапыл балҡып китте, әйтерһең, ҡояш сыҡты. Тик шунда уҡ уны ҡара болот ҡапланымы ни...
- Беҙ күрше ауылға йөрөнөк, дөрөҫөрәге, контора шунда ине. Трактор, машиналар гөрләп эшләне, баҫыу-ҡырҙарҙа иген үҫә, ҡорт баҡсаһында бал ҡорттары бал йыя... Йәйләүҙә һыйыр көтөүе, малдың иҫәбе-һаны юҡ кеүек...
- Бер мәл колхоз-фермаларҙы таратырға ҡуштылар, банкрот мөһөрө тағып, баҙар иҡтисады типме, - ағайҙың тауышы ҡалтыраны. - Ябай колхозсылар нимә эшләй алһын, ҡушҡас, шулай кәрәктер, тип уйланы. Яйлап-яйлап халыҡ күсенә башланы. Тәүҙә, әлбиттә, кешеләр ауылда мал тотоп йәшәп ҡараны, тик үҙегеҙ беләһегеҙ, ит-һөткә хаҡтар бик түбән. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға, уҡытып кеше итергә аҡса мул кәрәк хәҙер.
- Ә һеҙ ниңә ҡалдығыҙ ауылда? - тип һораны шаңҡыған фотограф.
- Мин генә түгел, ҡарт-ҡоро ла ҡалғайны, мәрхүм булып бөттөләр инде, - тине ул.
Хәбәрселәр ни әйтергә белмәй өнһөҙ ҡалды. Иңдәренә ауыр таш һалдылармы ни - бөгөлөп төшөп уйға сумдылар.
- Ә... «Айыҡ ауыл» конкурсы? - хәбәрсе ҡыҙ төп һорауын бирергә ашыҡты.
Ағай тейеш кеше көлөмһөрәп ҡуйҙы:
- Бәләкәй ауылдарға хөкүмәт тарафынан бигерәк ярҙам юҡ. Ә беҙҙең һымаҡтарына бөтөнләй... Бына шуға гәзиттән уҡыным да конкурс хаҡында, ғариза яҙып тултырҙым. Бәлки, еңеп сығырмын...
Ауылыбыҙҙың тарихын, ата-бабаларҙың һөйәктәре ятҡан ерҙәрҙе һаҡлап йәшәп ятам әле. Мин дә уны ҡалдырһам - нимә булыр...
Баш ҡаланан килгән йәштәр ауыл кешеһенә ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та, сәйерһенеп тә оҙаҡ ҡарап торҙо.
- Әгәр еңә ҡалһам, аҡсаһына йылҡы малын үрсетермен тим, - тине ул хыялға бирелеп. Ат – ҡот арттырыр изге йән ул. Бәлки, ҡайтыусылар ҙа булыр. Ялан-ҡырҙар киң, көтөүлектәрҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк. Ана, тирә-яҡта сит ерҙәрҙән килеп баҫалар бит... Үҙебеҙ үҙебеҙгә кәрәк, ауыл яҙмышы ҡыл өҫтөндә...
...Ауыр уйҙар менән хушлашты хәбәрселәр. Ауыл урамында япа-яңғыҙ ҡул болғаған иргә ҡарап:
- Бына исмаһам, илһөйәр! Ысын ауыл кешеһе, - тинеләр.
Иртәнге хозурлыҡ та күҙгә ташланманы ҡайтыр юлда...
Шәп материалға ымһынған хәбәрселәр буласаҡ мәҡәлә хаҡында уйланды...
Минира БИКӘНӘСОВА.
Читайте нас: