Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
20 Декабрь 2019, 18:05

Айыҡ ауыл (хикәйә)

Иртәнге оперативкала баш мөхәррир:- Республикала «Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан ителгәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм. Унда ҡатнашыусылар менән гәзит биттәрендә таныштыра башларға кәрәк,- тине.- Бына, Табынлы районындағы «Ураҡсы» ауылына юлланһағыҙ...

Айыҡ ауыл ( хикәйә)
Иртәнге оперативкала баш мөхәррир:
- Республикала «Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан ителгәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм. Унда ҡатнашыусылар менән гәзит биттәрендә таныштыра башларға кәрәк,- тине.- Бына, Табынлы районындағы «Ураҡсы» ауылына юлланһағыҙ...
-Мин барам!- тип һикереп торҙо яңы ғына эш башлаған хәбәрсе ҡыҙ.
-Был бик етди эш. Ауыл тормошон яҡтырта белеү мөһим. Күләмле мәҡәлә яҙып, яңы һанға бирергә кәрәк,- тине лә, ай-һай, булдырырмы икән, тигәндәй һынаулы ҡарашын ташланы.
-Сайтты ла онотмағыҙ, ауылға барып еткәс тә фотоға төшөрөп ебәрә һалығыҙ,- тине мөхәррир урынбаҫары.
...Редакцияның еңел машинаһына ултырғас :
-Навигаторыңды “Ураҡсы»ға көйлә лә, әйҙә елдерҙек,- тине фотохәбәрсе егет водителгә.
- Алыҫ ҡына, 200 саҡрым күрһәтә,- тине тегеһе.
- Анау тиклем конкурс һынлы конкурста ҡатнашҡан ауыл булғас, ара-тирәләгеләрҙән ныҡ айырылалыр. Ныу, шәп материал буласаҡ!- тип шатланды хәбәрсе ҡыҙ.
Әйтерһең дә, мәҡәлә ауылда үҙе көтөп тора.
Елдәй талпынған машина салонында матур йыр ағыла. Ағастарҙың алтын һары япраҡтары тәҙрә аша ҡул болғап ҡала. Ҡыуарған үлән ҡаплаған яландар ғына моңһоу ҡарап оҙатҡандай.
-Беҙ барасаҡ ауылда, моғайын, иген урыу менән мәшғүлдәрҙер. Берәй уңған комбайнер менән дә танышып, уның тураһында айырым яҙырға булыр, - тип һөйләнде хәбәрсе ҡыҙ. Әлдә мөхәррир ҡаршы төшмәне теләгемә. - « Бына шундай урынлы, көнүҙәк мәҡәләләр хәбәрсенең абруйын арттыра ла инде”, - тип ҡыуанды эстән генә.
Район үҙәгенә барып еткәнсе 2-3 сәғәт үтеп китте. Ашханала тамаҡ ялғап алғас, йәнә ҡуҙғалдылар. «Ураҡсы» үҙәктән шаҡтай алыҫ урынлашҡан икән. 30-40 саҡрым самаһы араны үткәс, навигатор оло юлдан һулға боролорға йүнәлеш бирҙе. Асфальттан айырылған машина йомшаҡ, туҙанлы юлға төштө.
Бына, бер аҙ барғас картиналарҙа ғына күрергә мөмкин булған ғәжәйеп пейзаж хасил булды.
Фотограф егет машина туҡтар-туҡтамаҫ һикереп төшөп, фотоаппаратын ҡулына алды.
-Бына ҡайҙа икән ул хозурлыҡ!
-Һауаһы һуң һауаһы!
Ҡала шау-шыуынан айырылған йәштәр тәбиғәт ҡосағына сумды.
-Их, еләкле ялан булған икән дәбаһа. Йәй көнө килгәндә... - тине хәбәрсе ҡыҙ аяғындағы туфлиҙарын сисеп.
Фотограф һары күлдәкле ҡайынды, ҡыҙғылт сәсле миләште, уттай янған балан ағастарын төшөрөп кинәнде, юлдан арыған машина шоферы үләнгә ятып, беренсе күргәндәй зәңгәр күккә төбәлде. Ял итеп алғас:
- Бер саҡрымдай ғына ҡалды, ана, йорт түбәләре лә ялтырап күренә, - тип ашыҡты гәзит хеҙмәткәрҙәре.
Ауыл ҙур түгел икән. Йорттар заманса профнастил ҡоймалар менән дә уратылмаған. Ниндәйҙер сәйер тынлыҡ ағас өйҙәр теҙелеп киткән урамға шом өҫтәгәндәй.
- Кеше-фәлән күренмәй, моғайын, урып-йыйыу эшендәләрҙер, - тине хәбәрсе ҡыҙ.
Шул ваҡыт гәлсәр сыңына оҡшаған тауыш ишетелде:
- Сылтыр, сылтырр...
Өсөһө лә һағайып, тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы.
- Айй, был бит шишмә, - ҡыҙҙың көлөүе шишмә тауышына ҡушылды.
Өсәүләшеп һалҡын һыуҙан ауыҙ иттеләр. Хлорлы кран һыуынан һуң был хазина зәм-зәмгә тиң ине.
«Нива» машинаһының килеп туҡтағанын да һиҙмәгәндәр хатта. Саф шишмә һыуы менән бит-ҡулдарын сайып алғас, донъяларын оноттолар буғай...
- Һаумыһығыҙ!
Сәстәренә сал төшкән олпат ир ҡул биреп күреште.
- Бына һеҙҙең ауыл тураһында яҙырға килдек, - тине хәбәрсе ҡыҙ.
-Беләм, беләм. Район хәкимиәтенән шылтыратып әйттеләр. «Ураҡсы» - беҙҙең биләмәгә ҡараған ауылдарҙың береһе. Әйҙәгеҙ, таныштырып китәйем ауыл менән, - тип алдан төштө ағай кеше.
Ғәжәп, ауыл урамындағы һуҡмаҡта хәтфә үлән бер ҙә төҫ ташламаған - йәйгесә йәм-йәшел булып күпереп ята.
- Бына был беҙҙең мәктәп, - тине биләмә етәксеһе. - Мин дә шунда уҡыным, шау-гөр килә инек.
Уның тауышы моңһоу ҙа, һағышлы ла яңғыраны.
«Оҙаҡламай балалар килеп тулыр, уҡыу йылы башланырға һынаулы ғына көндәр ҡалды», - тип уйланы хәбәрсе ҡыҙ.
Тик мәктәп бинаһының төҫһөҙ таҡталары әҙерәк кәйефен боҙҙо.
Ремонтлап өлгөрмәгәндәрҙер, тигән уй үтте башынан.
- Бына был йортта районыбыҙҙың билдәле йырсыһы тыуып үҫкән. Бик һәләтле егет, виртуоз! - тип ғорурлығын йәшермәне ағай.
- Ә бына бында ҡаланан ҡайтып дача төҙөнөләр. Сәнғәт кешеләре үҙҙәре...
Шул ваҡыт трактор тауышы ишетелде. Тыныс ҡына ятҡан ауылға ҡапыл йән кергәндәй булды. Ҡаҙҙар ҡысҡырған, балалар көлөшкәне яңғыраны.
Минира БИКӘНӘСОВА.
(Дауамы бар).
Читайте нас: