Шиғриәтте юғары баҫҡысҡа күтәргән талант эйәһенең тап Ауырғазы районында тыуыуы райондаштары өсөн ҙур мәртәбә. Уны «атылған йондоҙ”, Йыһан шағиры тип тә йөрөтәләр. Рәшит Назаровтың шиғырҙары донъя күргәс тә, әҙәбиәт тә, шиғриәт тә яңы һулыш ала, һәр ижадсы уға тиңләшергә тырыша.
Р. Назаровтың шиғриәтендә зарланыуға урын юҡ, фәлсәфәүи юлдарҙа тормошҡа, кешеләргә, тәбиғәткә һөйөү, мөхәббәт...Йәш кенә сағынан аҡыл тәрәнлегенә, хистәр киңлегенә эйә булған шағир әле лә хайран итә. Шиғырының тәүге юлынан уҡ Р. Назаровтыҡы икәнен аңлап алаһың, сөнки ул бер кемдекенә лә оҡшамаған, бер кемде лә ҡабатламай. Беҙ, яҡташтары, бөйөк шәхесебеҙҙе данларға, уның менән ғорурланырға һәм онотмаҫҡа тейешбеҙ. Р. Назаровтың ижады мәңге йәшәп, киләсәк быуындарға тапшырылырға тейеш.
Ошо маҡсатты күҙҙә тотоп, Ғ.Ибраһимов исемендәге район китапханаһындағы күргәҙмә ойошторолдо. «Тормош гүзәллеген үҙең күр ҙә...» тип аталған был күргәҙмә Р.Назаровтың 75 йыллығына бағышланған. Үҙенсәлекле эштәрҙә шағирҙың ижад ынйылары матур картиналарҙа урын алған.
Төҫлө ептәр менән сигеп, шиғыр юлдарына йән өргән оҫта ҡуллы яҡташыбыҙ Гөлфиә Ханнанова.
«Йөрәк» шиғыры Р. Назаровтың исемен бөтә донъяға танытты. Ул татар, рус, сыуаш, инглиз, төрөк телдәренә тәржемә ителгән.
Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы был шиғырҙы аҡ ерлеккә ҡыҙыл ептәр менән төрлө телдәрҙә нағышлаған.
Р. Назаровтың шиғырҙарын уҡыған һайын уларҙы күберәк төшөнәһең, тапҡыр фекерҙәргә, сағыштырыуҙарға хайран ҡалаһың.
Зауыҡ, ҙур оҫталыҡ менән сигелгән шиғыр юлдарына ҡарап һоҡланмай мөмкин түгел. Г. Ханнанова уларҙы күңеле аша үткәреп, йөрәк йылы ҡушып, шағирға оло хөрмәтен күрһәткән.
Донъялыҡта һәр эшебеҙ, һәр ҡылған ғәмәлебеҙ Хоҙай ризалығы менән эшләнһә генә уның һөҙөмтәһе ыңғай, кешеләргә файҙалы була. Үҙең дә эшеңдән ҡәнәғәтлек, күңел тыныслығы табаһың. Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы мәсет һүрәттәрен дә сигә, доғаларҙы ғәрәпсә яҙа.
Күргәҙмәгә килеүселәр оҫтаның эшен ҙур кинәнес менән ҡарап, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтеп, һоҡланыуҙарын белдерәләр.
Рәшит Назаровтың поэзияһын таратыуҙың, шиғриәт һөйөүселәргә еткереүҙең шундай үҙенсәлекле ысулын уйлап тапҡан зыялы замандашыбыҙ. Бынан тыш, райондаштарының ижадын да пропагандалай ул.
Рәмзил Вәлиев, Вәрис Акбашев, Дамир Заһитов, Зөлфиә Ғәзиева, Салауат Рәхмәтулла, Минира Биканасованың шиғырҙары урын алған был күргәҙмәлә.
Был юлдар менән Р. Назаров бөтә ижад итеүселәргә фатиха бирә кеүек.
Гөлфиә Ханнанованың сигеү эштәре бөтә республикаға телевидение, интернет, газеталар аша билдәле булды. Шулай уҡ туғандары, дуҫтарына бүләк иткән картиналары сит илдәргә лә китте. Башҡорт поэзияһын данлау, яҡташыбыҙҙың ҡыҫҡа ғына ижад юлында яҙып ҡалдырған ижад өлгөләрен мәңгеләштереү- Гөлфиә Нурғәли ҡыҙының маҡсаты.
Күргәҙмә яҡташыбыҙҙың юбилей йылында китапханабыҙҙа торасаҡ. Уны һеҙ ҙә килеп күрә алаһығыҙ.