"Бөтә Ғаләм - ҡәләм осонда..."
Рәшит Назаровтың был шиғыр юлдары шиғриәттең бөтә асылын аңлатҡандай. Үҙенең уй-кисерештәрен шиғыр юлдарына теҙеп, бөтә кешелек донъяһының йәшәйеш мәғәнәһен генә түгел, тәбиғәт һәм Йыһан менән бәйләнешен дә асып һала.
Ауырғазы районында тыуып үҫкән, ижады менән республикала ғына түгел, күрше Татарстан, Сыуаш республикаларында ла билдәлелек яулаған Вәрис Акбашевтың ижад кисәһе “Мин ғашиҡмын...»тип аталды. Кисәлә шағАирҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре, туғандары, шиғриәт һөйөүселәр, район китапханасылары, уҡытыусылар ҡатнашты.
Вәрис Йәғәфәр улы Атйетәр ауылында урта мәктәпте тамамлай. Стәрлетамаҡ химик технологиялар техникумында һөнәр алып, хеҙмәт юлын ошо ҡалала башлай. Беренсе шиғырҙары «Ашҡаҙар”, “Стерлитамакский рабочий», Ауырғазыла сыҡҡан «Ватан юлы»гәзиттәрендә баҫыла.
Вәрис Акбашевты мөхәббәт йырсыһы тип атарға мөмкин.
Уның нескә күңеле, итәғәтлеге-йөҙөндә сағыла. Тыйнаҡ йылмайыуы, күҙ ҡарашы менән ул һине лә шул сихри шиғриәт донъяһына алып ингәндәй. Һөйөү хисе- донъяға, тәбиғәткә, кешеләргә, тормошҡа мөхәббәт уята. Шуғалыр ҙа ғашиҡ кеше бер ваҡытта ла йәшәүҙән төңөлмәй.
-Мин донъяла бер нәмәнән ҡурҡам-
Мөхәббәтһеҙ тигән исемдән.
Бөйөк шағирыбыҙ Рауил Бикбаевтың был һүҙҙәре- шиғриәтемә ауаздаш,- тине Вәрис Йәғәфәр улы.
Әсәһе Фәниә Һаҙый ҡыҙы – туған телгә һөйөү тәрбиәләгән, татар теле уҡытыусыһы булараҡ- уның серҙәрен, нескәлектәрен асып биргән.
-Балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә үҙ телен өйрәтегеҙ,- тине ул залда ултырыусыларға .-Юҡһа, хәҙер гел урыҫса һөйләшәләр. Телде белмәүҙә балалар баҡсаһын ғәйепләйҙәр. Садик балаһы түгел-ул һеҙҙең балағыҙ, тим мин ундайҙарға,- ти педагог.
В. Акбашев- бихисап шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. «Ауырғазы моңдары”, “Томбойоҡто өҙмәм”, “Яҙмыш һуҡмағы”, “Оло йәнле ҡыҙ бала”, “Устарымда-устарың”... “Кеше булып ҡалырға”повесты рус теленә лә тәржемә ителгән.
Ауырғазы «Пушкины» А.С. Савельев-СаС шағирҙың ижад емештәрен рус, сыуаш телдәренә тәржемә итеп, уҡыусылар диапозонын киңәйткән .
-Шағир-үҙ телендә ижад иткәндә генә хистәр тәрәнлеген еткерә ала,- тине ул.
Ауырғазы ере- таланттар хазинаһы. Кисәлә районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле журналистар, яҙыусылар, йырсылар, композиторҙар ҡатнашты.
Урал Рәшитовтың Вәрис Акбашев һүҙҙәренә яҙылған моңло йырҙары яңғыраны. Композиторҙың был сарала ҡатнашыуы йыр-моң һөйөүселәргә ҙур бүләк булды.
Һәләтле йырсылар Финә Абдуллина, Алик Залилов, Гүзәл һәм Лилиә Акбашеваларҙың дуэты сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Вәрис Йәғәфәр улы – балалар өсөн бик матур әҫәрҙәр ижад итә. Уның үҙенсәлекле образдарын кескәйҙәр ярата, үҙ итә.
«Китап» нәшриәтендә хеҙмәт итеүсе, яҙыусы Әлфиә Әсәҙуллина шағирҙы юбилейы менән ҡотлап, уның сағыштырыу алымдарының бер кемгә лә оҡшамағанлығын, ҡабатланмаҫ булыуын билдәләп үтте.
«Балалар әҙәбиәте антологияһы»н төҙөүсе, яҙыусы, шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина :
-Вәрис Акбашевтың “Тальян гармун» исемле әкиәтен антологияға индермәү мөмкин түгел. Сөнки халҡыбыҙҙың был музыка ҡоралына арналған балалар өсөн әҫәр юҡ әле ,- тине.
Шулай уҡ әҙибә район хәкимиәте етәкселегенә халыҡ, ижад кешеләре менән бер һулышта йәшәүенә һоҡланып, рәхмәтен белдерҙе.
Вәрис Йәғәфәр улы Себер тарафтарында нефтсе булып оҙаҡ йылдар эшләй.
-Күпселек шиғырҙарымды эшләгән саҡта яҙам. Тыуған ерҙән ситтә булғанда уның ҡәҙерен, гүзәллеген нығыраҡ тояһың,- ти шағир.- Һалҡын яҡтарҙа йөрөгәндә яҡындарындың күңел йылыһын тойоу мөһим.
Ғәфү ит, тыуған ерем. – тип яҙа шағир «Ғәфү ит, тыуған көнөм” шиғырында.
Приозерный ҡасабаһында татар-башҡорттарҙы берләштергән мәҙәни ойошма төҙөүҙә, уның бөгөнгө эшендә лә әүҙем ҡатнаша яҡташыбыҙ.
1996 йылда Ауырғазы районында “Зәңгәр шишмә» исемле әҙәби берләшмә барлыҡҡа килә. Йәш ижадсыларҙы халыҡҡа танытыу, китапханалар, мәктәп уҡыусылары менән берлектә ижад , юбилей кисәләрен, яңы китапты презентациялау сараларын үткәрә был ойошма ағзалары, туған телде пропагандалау, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү кеүек мөһим эштәр атҡара. Вәрис Акбашев етәкселендәге “Зәңгәр шишмә»нең һыуы һайыҡмай, тулылана ғына.
-Вәрис Йәғәфәр улының холоҡ-фиғеле, тышҡы ҡиәфәтендә генә түгел, хатта ижадында ла атай-әсәй, ғаилә тәрбиәһе сағыла,- тине райондың татарҙар ҡоролтайы етәксеһе Риф Вәлиев.
В.Й. Акбашевтың ҡатыны Клара Рауил ҡыҙы педагогик хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар балаларға сит телдәрҙе өйрәткән абруйлы уҡытыусы.
-Тормош иптәшем- иң терәрлек ир, атай һәм ул. Уны осратҡан яҙмышыма рәхмәтлемен,- тине Клара ханым.
Яныңда ижадҡа дәртләндереүсе, илһам биреүсе яҡындарың барҙа ғына ысын әҫәрҙәр тыуалыр ул.
-Шиғыр-ул бер роман. Күңел төпкөлөнән урғылған хистәрҙе бер-нисә юлға һыйҙырыу- оло талант. Шағирҙың кисерештәрен тулыһынса аңлау мөмкин дә түгел, был үҙе генә белә торған сер,- тине улының уңыштарына шатланған әсә.
Вәрис Акбашевтың шиғырҙарында бай фантазия, кинәйәлек бар, уның шиғырҙары үҙҙәре үк йырлап тора. Бик күптәрҙең яратҡан йырсыһы Хәниә Фәрхи яҡташыбыҙҙың ижадын халыҡ күңеленә еткерҙе . Радио, телевидение аша, концерт залдарында Ф. Ғәниев, Л. Биктимерова, А. Ғәлимов, И. Ғәзизуллиндар башҡарыуында В. Акбашевтың йырҙарын тамашасы яратып ҡабул итә.
Туғандары, яҡындары, балалары Вәрис Йәғәфәр улының ярҙамсыл, кешелекле, иғтибарлы булыуын билдәләне.
Шағир кисәлә ҡатнашыусыларға үҙенең шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе, ижадына тағы күптәрҙе ғашиҡ итте...