Өршәк йылғаһының әллә илһамландырыусы тылсымы бармы икән? Шулай булмаһа, Төрөмбәт ауылынан ҡабатланмаҫ ижады менән таң ҡалдырған бер түгел ике шағир сыҡмаҫ ине. Рәшит Назаровтың исемен шиғриәт һөйөүселәр яҡшы белһә, Рәмзил Вәлиевтең ижадын, талантын онотмаусылар – башлыса шағирҙың ауылдаштары.
Рәмзил Вәлиевкә быйыл 60 йәш тулған булыр ине. Ҡыҫҡа ғына ижад юлында тыуған еренә, кешеләргә ҡарата һөйөү менән һуғарылған тәрән мәғәнәле шиғырҙар яҙып ҡалдыра ул.
Әҙәмә һәм Әхмәт Вәлиевтәрҙең татыу ғаиләһендә алтынсы бала булып йәмле яҙ көнөндә тыуа Рәмзил. Төрөмбәт урта мәктәбендә белем ала. Башҡорт теле уҡытыусыһы Фәрхинур Назарова уҡыусыһында ижади һәләтте күреп ҡала, уны үҫтереүгә әҙәбиәт дәрестәрендә үҙ көсөн һала. Рәмзил Вәлиевтең шиғырҙары район, республика баҫмаларында әленән-әле донъя күреп тора. Уның һәләтен танылған яҙыусылар, шағирҙар иғтибарға ала.
Рәмзилдең 10 класты тамамлаған сағы. “Һуңғы ҡыңғырау” кисәһенең тулҡын¬лан¬дыр¬ғыс ауазы егет өсөн ҙур шиғриәт донъяһына беренсе ҡыңғырау булып яңғырай, сөнки тап шул көндә “Совет Башҡортостаны” гәзитендә билдәле шағир, публицист Ким Әхмәт¬йә-нов¬тың “Тәүәккәл бул, Рәмзил” исемле мәҡәләһе баҫылып сыға. Йәш шағирҙың ижадына өмөтлө баһа бирелеп, яңы үрҙәргә саҡыра.
– Рәмзил туғаныбыҙ һәр эшкә, тормоштағы төрлө ваҡиғаға шиғри күҙлектән ҡараны, – тип хәтерләй апаһы Земфира Иҙрисова. – Көлкөлө мәлдәрҙе лә, күңелһеҙ хәлдәрҙе лә шиғыр юлдарына һалыр ине. Был һәләтен беҙ саҡ теле асылған ваҡыттан уҡ һиҙә инек Рәмзилдә, – тине ул.
Шағир күңелен бала күңеленә тиңләйҙәр. Ижады хаҡында бер йылы һүҙ уға бейеклектәргә күтәрелер көс бирә, күңелен ҡыйыр һүҙ ҡәләм тирбәтеүҙән баш тартыр сиккә еткерергә мөмкин.
– Рәмзилдән шиғыр уҡыуын һораһаҡ, шул тиклем дәртләнеп китә ине, – ти класташы Азат Әсфәтуллин. – Ул шиғырҙарын тасуири уҡып һоҡландыра торғайны. Пародиялар яҙып, уларҙы килешле итеп һөйләп күрһәтә ине.
1982 йыл Рәмзил Вәлиев өсөн иң бәхетле, иң иҫтәлекле йыл була. Ирек Кинйәбулатов мөхәррирлегендә “Ҡоштар юлға сыға” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Ошо китап уны ысын шағир итеп таныта.
Төрөмбәт ауылы халҡы уның менән ғорурлана, ижадын хөрмәт итә.
Ижад сәме менән йәшәй кеше,
Шундалыр ҙа тормош йорлоғо,
Шундалыр ҙа яҡты киләсәктең
– тип яҙа ул “Ижад сәме” шиғырында.
Рәмзил Вәлиев Башҡорт дәүләт универси¬тетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ижад донъяһына сума, нимә генә эшләһә лә, янында ҡәләм, дәфтәр бите була. Ҡапыл ғына күңелендә тыуған фекерҙәрҙе, шиғыр юлдарын теркәй барырға күнегә.
Ауылда тыуып үҫкән егет Өршәк буйҙарын һағына, Төрөмбәтен юҡһына.
...Рәхмәт һиңә, илһам биргән йылғам,
Һиндә тыуҙы һәр йыр, һәр һүҙем.
Улай әйтмәҫ инем, ярыңдағы
Мең ҡамыштың береһе – мин үҙем, – тип хисләнә егет.
Ижадын тыуған еренән ситтә күҙ алдына ла килтермәгән йәш шағир уҡыуын ташлап ҡайтып китә. Күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтерлек шиғыр юлдары тап тыуған яҡтарыңда ғына хасил булалыр ул, тип уйлай Рәмзил.
Колхозда эшләй, ата-әсәһенә, туған¬дарына ярҙам итә. Хеҙмәт кешеләренә, беренсе мөхәббәтенә арнап шиғырҙар яҙыуын дауам итә. Шиғриәтһеҙ, ижад¬һыҙ йәшәй алмай. Уның үҙ һүҙе, төплө фекере бар.
Мөғжизә шул. Һис бер мөғжизәгә,
Сергә эйә түгел бер бәндә,
Тик хеҙмәте менән ҡылған эше
Тигеҙ герҙәр тарта бизмәндә.
Саф күңелле, ҡыйыу һүҙле, шуҡ, алсаҡ егетте тәҡдир бик иртә, 25 йәшендә генә, баҡыйлыҡҡа ала. Ошо шиғыр юлдары Рәмзилдең ижад ғүмеренә арналғандай:
1995 йылда шиғриәт донъяһында эҙ ҡалдырып өлгөргән, фани донъя¬ларҙан иртә киткән йәштәр Зарема Әхмәтйәнова, Ринат Хәйри, Рәмзил Вәлиевтәрҙең “Әйтелмәгән васыят” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
Әлеге көндә яҡташыбыҙҙың ике йөҙгә яҡын шиғыры тупланған яҙма¬лары һаҡлана.
– Һуңғы шиғырҙарын китап итеп сығарыу – шағир алдындағы буры¬сыбыҙ, – тине ауыл китапханасыһы Рәсилә Юлмөхәмәтова хәтер ки¬сәһендә.
Рәмзил Вәлиевтең шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән, уның тура¬һындағы иҫтәлек¬тәрҙе ауылдаштары күңел түрендә һаҡлай. Төрөмбәт урта мәктәбендәге музейҙа Рәмзил Вәлиевкә арналған стенд урын алған, һәүәҫ¬кәр рәссам портретын һүрәтләгән. Уҡыу-сылар шағирҙың ижадын өйрәнә, шиғырҙарын яттан һөйләй, төрлө саралар үткәрә. Шағирҙар төйәгендә йәшәүҙәре менән ғорурлана.
“Алтын сыҡҡан ерендә ҡәҙерле”, тиҙәр. Аҫылташҡа тиң һәләтле яҡташтарыбыҙҙың ижадына киләсәк быуындар ҙа битараф булмаһын ине.
Автор: Минира БИКӘНӘСОВА/