Ул 1959 йылдың 1 майында Төрөмбәт ауылында тыуған. Йәш шағир хаҡында 1976 йылда Ким Әхмәтйәнов «Совет Башҡортостаны» гәзитендә күләмле мәҡәлә баҫтыра. Уның «Ҡоштар юлға сыға» исемле китабы 1982 йылда , ә 1995 йылда, арабыҙҙан иртә киткән Зарема Әхмәтйәнова, Ринат Хәйри, Рәмзил Вәлиевтарҙың ижады тупланған «Әйтелмәгән васыят» исемле китабы донъя күрә.
Күңел төбөндә ятҡан уй-хыялдарын, йөрәгенән сығыр моңдарын үҙе менән алып китте шағир. Шағир Риф Мифтахов әйтеүенсә, Рәмзилдең архивында 180 дән ашыу ҡабатланмаҫ яҙмалары һаҡлана.
Шиғырҙарының бер нисәһен иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Сал Уралдың ғорур ҡаялары
Быуаттарҙың серен һөйләйме?
Илһамлы бер моңдо көйләйме?
Бәлки, яҡты йондоҙ нурҙарына
Сафлыҡ бөркөп, алтын шишмә кеүек,
Сыҡҡандыр был ауаз ағылып?
Сихри тылсымынан ошо моңдоң
Таштар уянғандар йоҡонан!
Башҡорт күңеленең хис ташҡыны,
Мөхәббәте, дәрте, һағышы.
Ҡабаланып ҡояш нурын һибә,
Яҙҙар шулай гел ашығып килә,
Ашҡыныуҙар бөркөп донъяға.
Йөрәк тә бит, яҙғы айҙар етһә,
Шатлығы ла бер үк, хәсрәте лә
Артып киткән була саманан.
Һирәгәйҙе сәләм хаттарың.
Күңелемдең һағыш таштарын.
Шатлыҡ, хәсрәт, яҡшы, яманы
Тормош бүләк иткән тәьҫорат
Хәтерҙәрҙә һүнмәй тиҙ генә.
Эҙһеҙ шиңеп бөтә күбектәр.
Йәшәй бары ынйы бөртөктәр.
Иң бәхетле көнөм шул көн ине,
Иң бәхетле иртәм - шул иртә.
Яҙғы наҙҙай йөрәккә дәрт биргән
Хәтеремдә яҙҙан ялҡынлыраҡ
Хәтирәһе ап-аҡ шул ҡыштың.
Мөхәббәттә, тәүге мөхәббәттә
Барса йәме, ахыры, тормоштоң!