Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
12 Апрель 2019, 02:00

Тәүге умырзая

Рузилә, ҡойоп яуған ямғырға иғтибар итмәйенсә, әкрен генә атлауын белде. Тәбиғәт, гүйә уның хәленә инеп, бергә илай. Ҡатындың күҙ йәштәре ямғыр тамсыларына ҡушылып бите буйлап аға.

...Һуңлап ҡына сыҡты Рузилә кейәүгә. «Ултырған ҡыҙ - урынын табыр», тиҙәр түгелме? Эйе, шәп егетте осратты ул! Мөхәббәт ҡыҙға көтмәгәндә, йәшен кеүек килде. Күңел күгендә ут сатҡылары ҡабынды ла бөтә тормошон яҡтыртып ебәрҙе: ул ерҙән түгел, күктән йөрөнө, алдағы тормошо ла әкиәттәй тойолдо! Ул ғашиҡ, уны яраталар! Ниндәй егетте осратты бит әле – төҫкә сибәр, телгә оҫта, етмәһә - бейеүсе! Даяндың бөркөттәй осоп сәхнәгә сығыуы, бар халыҡты таң ҡалдырып бейеүе Рузиләнең йөрәген елкендерҙе!
Туйҙан һуң йәштәр район үҙәгендә фатир алып йәшәй башланы. Рузилә - уҡытыусы, Даян - мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәге алып бара, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәктәптә эш бөтәһе түгел, башланғыс кластарҙа уҡытыу етди эш талап итте Рузиләнән. Ата-әсәләр һорауы буйынса уҡыуҙан һуң өҫтәмә дәрестәр ҙә алып барҙы. Кистәрен Даян янына мәҙәниәт йортона килеп һөйгәненең эшенә һоҡланды.

Ысынлап та, тормоштары әкиәттәй шул: бергәләп мәҙәни сараларға йөрөү, дуҫ-иштәр менән аралашыу.

- Оҙаҡламай концерттар менән күрше райондарға сығып китәбеҙ, - тине Даян. - Ҡыйын булһа ла яңғыҙыңа йәшәргә тура килер.

- Ярай, борсолма. Мин бит яңғыҙ түгел, - тине ҡатыны йылмайып.

- Үҙеңде һаҡла, - тип ҡайғыртты Даян. Ҡатыны ауырға ҡалғас, атай булыу хыялы уны тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе, бәй, шулай булмайса - инде күптән утыҙҙы уҙған ир-ат та баһа!
Рузилә һағынып ирен көттө, телефон шылтыраған һайын йөрәге елкенде, хәҙер ҡайтып етәм, тигән тауышын ишетеренә өмөтләнде. Тик...

- Иртәгә ҡайтып булмай әле, бәлки берәй аҙнаға тағы ҡалырбыҙ, - тигәс йөрәге һыҙланы.

- Һағындым, арыным, - тип үҙен йәлләтмәксе булғайны ла...

- Әртискә кейәүгә сыҡҡаныңды белдең бит, өйҙә ятып аҡса табып булмай, - тигән һүҙҙәрҙән һуң үҙен-үҙе битәрләне.

«Йә, нимә һөйләп иремдең башын ҡатырам бит, ипотекаға түләргә аҡса кәрәк, машина ла алдылар, бына балаһы тыуырға тора...»

Рузилә баш баҫып эшләп йөрөүен дауам итте. Күңелһеҙ көндәр бер-береһен алмаштырҙы, кистәрен моңло итеп йырлап та алды. Тауышы сылтырап аҡҡан шишмә кеүек бит уның. Мәктәптә лә, институтта уҡыған йылдарҙа ла сәхнәлә сығыштар яһай торғайны. Айырыуса «Тапшырылмаған хаттар» спектаклендәге Айһылыу йырын йырлағанда, барса халыҡ тын ҡалып тыңлай ҙа, алҡыштарға күмә ине...


«Айҙың көмөш нуры ергә һибелгәндә,

Сәстәреңдән һыйпап елдәр иҫкәндә,

Хистәр таша микән

йәндәй күргән йәрең

Тәүге умырзая бүләк иткәндә».

Ошоларҙы иҫенә төшөрөп көлөп ебәрҙе. Эй, йәш саҡ, тиле саҡ!

Ул фотоальбомын алып фотолар ҡараштырҙы, бына атаһы, әсәһе уртаһында иркәләнеп кенә ултырған сағы, бына студент йылдарында сәхнәлә сығыш яһай, ә быныһы... күршелә генә бергә уйнап үҫкән Ғәзиз менән төшкән баласаҡ фотоһы. Рузиләнең уйҙарын телефон тауышы бүлде:

- Мәҙәниәт йортона килеп әйләнегеҙ әле, - тине таныш булмаған ҡатын.

Рузилә ниҙер һиҙенде, ҡабаланып кейенеп урамға сыҡты. Көҙгө ямғырҙың һалҡын тамсылары битен семетте, әсе ел йоҡа пальтоһы аша үтеп тәнен өшөттө.

Мәҙәниәт йортона ингәс, ары-бире йөрөштөргән бер-нисә кеше күҙенә салынды Рузиләнең. Ул Даяндың бүлмәһенә ашыҡты, осраған кешеләр уға сәйер ҡараш ташлаған төҫлө.
Ишек асыҡ булып сыҡты. Рузилә килеп ингәс ҡапыл бер ни аңламай ҡатып тора бирҙе. Уның алдында бер диван булып һуҙылып иҫерек Даяны ята! Аһ-аһ, ауыҙына бер йотом ҡапмай ине лә баһа ире!

- Даян, тор, нимә булды һиңә? - тине Рузилә ни ҡылырға белмәй. – Ҡасан ҡайттығыҙ?

Йәнһеҙ булып ятҡан ирен уята алмағас, коридорға сыҡты. Бер ни ҡылып булмай инде, әҙерәк айнығас үҙе ҡайтыр әле, тип уйланы ҡатын.

- Ирегеҙҙе нишләп күҙ уңынан ысҡындыраһығыҙ? Уларҙы һәр ваҡыт контролдә тоторға кәрәк, юҡһа...- тигән тауышҡа һиҫкәнде Рузилә.

- Юҡһа... нимә?- тине ул ағарған йөҙөнә йылмайыу сығарырға тырышып.

- Күреп тораһығыҙ бит, гастролдән ҡайтыуына бер аҙна самаһы ваҡыт үтте, ә ул һөйәркә ҡуйынынан һаман сыға алмай, - тине сибәр ханым зәһәр йылмайып.

- Бының булыуы мөмкин түгел, ул иҫерек!

- Бәлки мөхәббәттән иҫереп аяҡтан йығылғандыр! - тип мыҫҡылланы теге ҡатын.

Таныш булмаған ханымдың һүҙҙәренән Рузилә йығылып китә яҙҙы. Ул бер ни күрмәй тышҡа атылды.

Минира Үтәгәнова.
(Дауамы бар).
Читайте нас: