Рух
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
2 Апрель 2019, 02:00
Донъяһы ҡорой...
Барҙым бер көн ТалбазығаҺөт артынан магазинға:Кәрәк өйгә аҙыҡ-түлек,Ауылдар бит хәҙер үлек.
Донъяһы ҡорой...
Барҙым бер көн Талбазыға
Һөт артынан магазинға:
Кәрәк өйгә аҙыҡ-түлек,
Ауылдар бит хәҙер үлек.
Шул райпо ташҡа баҫҡан -
Бүтән бер ни юҡ, туған!
Юҡ бер нәмә ауылда,
Хәйерселек унда-бында...
Колхоз тарҡалды мәңгегә,
Йәштәр китә Себергә.
Ауылдарҙа юҡ бит эше,
Ни эшләргә тейеш кеше?
Мәктәптәр ябыҡ торалар,
Лицейға йөрөй балалар,
Ауылда ҡалды ҡарт-ҡоро,
Өйҙәр тора ҡара-һоро.
Эшһеҙ йәштәр дингә китә,
Мәсеттән сыҡмайҙар хатта!
Берәү ярлы, берәү ныҡ бай –
Донъя тигеҙһеҙ, ай-һай!
Берәү байый ҙа байый,
Икенсеһе тешен ҡайрай!
Пенсияны аҙ бирәләр,
Ҡарттар сирҙән бөгөләләр...
Телевизор матур яңғырай,
Тик ниңә һуң донъя ҡорой!
ДИНАР.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"