Болоттарҙы ҡыуып зәңгәрлектә,
Елдәрҙән дә етеҙ остоңмо?
Ер һәм күкте тоташтырып бергә,
Бейеклектә ирек ҡостоңмо?
Дауыл һине ергә бәргәндә лә
Үлән аша яҡты нурҙы күреп,
Һоҡландыңмы күктең төҫөнә?
Ҡаурый һайын осто күпме хыял,
Күпме аҡыл, теләк-хистәрең...
Әл дә таңдар оноттора икән
Һалҡынлығын ҡара кистәрҙең...
Ямғыр үтеп, ҡояш сыҡты, ана,
Йәйғор балҡый тормош күгендә!
Күңел ҡошом, һин тағы ла бына
Талпынаһың яҙмыш түрендә.
Бирешмәсе, тормош күгендә?!
Ата ҡаҙы килеп суҡый тәүҙә,
Инә ҡаҙ ҙа шунан һелкетә.
Туғандары килеп йолҡҡанда
Нисек сыҙай икән был бәпкә?
Өйрәтәме улар тик үҙенсә,
Бындай булма, һин, тип, йән-көйөк.
Тәбиғәтте аңлап бөтөп булмай,
Ҡайҙан килә меҫкен сибеклек?
Тормош уҡтарына ышаныс юҡ –
Көсһөҙҙәрҙе ала тиҙ сәпкә.
Ә шулай ҙа үҫер әле, үҫер –