Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Февраль 2019, 02:00

Солтандың дүрт ҡатыны

Бер солтандың дүрт ҡатыны булған. Барыһынан да нығыраҡ ул дүртенсе ҡатынын, иң йәшен һәм наҙлыһын, яратҡан.

Бер солтандың дүрт ҡатыны булған. Барыһынан да нығыраҡ ул дүртенсе ҡатынын, иң йәшен һәм наҙлыһын, яратҡан. Уға береһенән-береһе ҡиммәтлерәк кейемдәр, биҙәүестәр бүләк иткән, уны ҡурсалаған, яҡлаған.
Өсөнсө ҡатынын да яратҡан - уныһы иҫ киткес һылыу булған. Сит илдәргә барғанда һәр саҡта ла уны үҙе менән алған. Ҡатынының гүзәллеген барыһы ла күрһендәр, тип уйлаған, шул уҡ ваҡытта сибәркәйҙең уны ташлап, икенсе берәүгә китеүенән дә ҡурҡҡан.
Солтан икенсе ҡатынын да яратҡан - хәйләкәр аҡылы менән төрлө сетерекле хәлдәрҙе тиҙ еңеп сығыуы өсөн. Ул иң ышаныслы кешеһе булған, һәр саҡта ла аҡыллы, яғымлы, түҙемле булып ҡала белгән. Төрлө мәсьәләләрҙә солтан уның ярҙамына мохтаж булған, был ҡатыны уға ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға, ауырлыҡтарҙы еңел үткәрергә ярҙам иткән.
Беренсе ҡатыны, иң олоһо, солтанға мәрхүм булған ағаһынан ҡалған. Ҡатын иренә ныҡ тоғро булған һәм уның байлығын арттырыу һәм һаҡлау өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләгән. Шуға ҡарамаҫтан, солтан уны яратмаған, хатта ҡатынының үҙен ныҡ яратыуына ла иҫе китмәгән, бер ниндәй ҙә иғтибар бирмәгән.
Бер ваҡыт солтан ҡаты ауырып китә. Шул саҡ үҙенең зиннәтле һарайҙарын, бай тормошон күҙ алдына килтерә һәм: «Минең әле дүрт ҡатыным бар, ә үлгәс, мин яңғыҙ ҡаласаҡмын», - тип уйлай.

Иң йәш ҡатынына һорау бирә:

- Мин һине барыһынан да нығыраҡ яраттым. Иң яҡшы нәмәләр генә алдым, иң ҡәҙерләгәнем дә һин булдың. Бына мин үлем түшәгендә ятам, хәҙер инде һин минең менән үлгәндәр батшалығына барырға әҙерһеңме?

- Уйлама ла, - ти дүртенсе ҡатыны, һәм, башҡа бер һүҙ ҙә әйтеп тормайынса сығып китә. Уның һүҙҙәре ирҙең йөрәгенә бысаҡ менән телгәндәй тәьҫир итә.
Ҡайғыға батҡан солтан өсөнсө ҡатынын саҡыра:

- Мин һинең менән ғүмерем буйына һоҡландым. Һин минең менән күләгәләр батшалығына китергә әҙерһеңме?

- Юҡ! - тип яуап бирә быныһы ла. - Тормош шундай матур! Һин үлһәң, мин яңынан кейәүгә сығасаҡмын!
Солтандың йөрәге бығаса булмағанса әрнеү тоя. Ул инде икенсе ҡатынына мөрәжәғәт итә:

- Мин, ярҙам кәрәк булғанда, һәр саҡ һиңә таяндым. Һәр саҡта ла кәңәшсем, яҡын ярҙамсым булдың. Бына хәҙер мин үлем түшәгендә. Төҫһөҙ йәндәр ярлыҡау һорап ыңғырашҡан илгә минең менән барырһыңмы?

- Бик ҡыҙғаныс, ләкин был юлы мин һиңә ярҙам итә алмайым, - тип яуап бирә икенсе ҡатыны. - Мин һине ерләүҙе яҡшы итеп ойоштора ғына алам.

Солтанды меңләгән йәшен уты һуҡҡандай була.
Шул ваҡыт ул:

- Мин һинең менән барам, - тигән һүҙ ишетә. - Мәңгелеккә!

Солтан тауыш килгән яҡҡа ҡараһа, унда беренсе ҡатынын күрә. Ҡатын ҡайғыға батҡан, борсолоуҙары йөҙөнә сыҡҡан.

Хайран ҡалған солтан, уға яуап итеп:

- Мин һиңә ваҡытында иғтибарлы булырға тейеш инем бит.
Беҙҙең һәр беребеҙҙең дә дүрт ҡатыны бар. Дүртенсеһе - беҙҙең кәүҙәбеҙ, беҙ йәшерәк күренеү өсөн күпме көс, күпме ваҡыт сарыф итһәк тә, баҡыйлыҡҡа күскәндә ул беҙҙе ҡалдыра. Өсөнсө ҡатыныбыҙ - карьера, йәмғиәттәге урыныбыҙ, аҡса, байлыҡ. Кеше үлгәс, улар барыһы ла бүтән ҡулдарға күсә. Икенсе ҡатыныбыҙ - ул ғаилә, туғандар. Тормошта күпме генә ярҙам ҡулы һуҙһалар ҙа, һуңғы юлға оҙатыуҙы тейешенсә үткәрергә генә ҡала уларға.

Ә беренсе ҡатыныбыҙ - ул беҙҙең йәнебеҙ. Власть, уңыштар, аҡса, байлыҡ артынан ҡыуғанда кеше уны онотоп китә. Шуға ҡарамаҫтан, йәнебеҙ беҙҙе ҡайҙа ғына булһаҡ та, оҙатып йөрөй. Шуға күрә лә, уны ҡурсалап, иғтибарға алып, һаҡлап йәшәһәк, был тормошҡа һәм үҙебеҙгә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ бүләк эшләрбеҙ.
Читайте нас: