Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Февраль 2019, 02:00

Һынау3

Йылдар үткән һайын Нәфисәнең борсолоуҙары артты ғына. Ҡыҙының артабанғы яҙмышы нисек яҙылыр, бәлиғ булғас был тормошта үҙ урынын табырмы? Табиптар ун һигеҙе тулғансы күҙ ҙә ҡаш ҡарарға ҡушҡайнылар... ... Ҡар бөртөктәре күбәләктәй ер өҫтөнә һибелгән матур ҡышҡы көн. Әлфиәгә бөгөн 16 йәш тулды. Ул хәҙер һомғол буйлы, оҙон толомло, уйсан ҡарашлы үҫмер ҡыҙ. Тыуған көн уңайынан үткәрелгән байрам табынынан һуң, әсәһе менән икәүҙән-икәү ҡалғас, Әлфиә серле генә йылмайып: - Әсәй, һиңә бер һүҙ әйтәйемме? - тине.

- Йәле, ҡыҙым.

- Мин дауаханала бер малай менән таныштым. Ул табип булып эшләгән әсәһе янына килгәйне. Исеме- Тимур, ул шундай һөйкөмлө, күпте белә.

- Ҡайһылай яҡшы булған!

- Ул мине киноға саҡырҙы. Барайым әле, әсәй.

- Әлбиттә! Яҡшы, ышаныслы дуҫың булыу ҙур бәхет ул!

Иртәгәһен Әлфиә Тимур менән осрашыуға әҙерләнде.

- Ипле генә йөрөгөҙ, - тип оҙатып ҡалды Нәфисә ҡыҙын.

Кинонан Әлфиә күңелһеҙ генә ҡайтып керҙе.

- Тимур миңә туңдырма алып бирҙе. Ләкин мин тамағым ауыртыуына һылтанып ашаманым. Ә үҙем тураһында дөрөҫөн һөйләргә ҡыйынһындым,- тине ул.

- Ярай, әлегә әйтмәгәнең хәйерле. Яйлап аңлатырһың.

- Минең ниндәй икәнемде белгәс, ул моғайын артабан дуҫлашмаҫ.

- Ысын дуҫлыҡҡа был ҡамасауларға тейеш түгел, - тине Нәфисә. Ҙурайып килгән ҡыҙына ҡарап берсә шатланды, киләсәген уйлап көйөндө лә.


Табипҡа аҙна һайын барып ҡаралып тора Әлфиә. Ә был юлы уларға :

- Һеҙҙе Мәскәүҙә көтәләр. Аш юлы көпшәһен яңыға алмаштырырға кәрәк. Уның да ҡулланыу ваҡыты сикле, - тине.

Нәфисәнең күңел тыныслығы юғалды. Нимә тиерҙәр табиптар, ҡыҙыма тағы ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килер, тигән төрлө уйҙар үтте.

Мәскәүгә барғас, Әлфиәнең үҙен генә хирургия бүлексәһенә алып кереп киттеләр. Яңы приборҙар аша тикшереүҙәр үткәрәбеҙ, тип Нәфисәгә көтөргә ҡуштылар.

Дауахана коридорында кеше күп. Әйтерһең дә, бөтә халыҡ тик бында йыйылған. Араларында ҡарттар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа бар. Һәр кемдең сырайында борсолоу, нимәлер көтөү, өмөт осҡондары сағыла.

Нәфисәгә ваҡыт бик оҙаҡ үткәндәй тойолдо. Инде көн кискә ауышты, коридорҙа халыҡ та кәмене.

Ҡапыл уның исем-фамилияһын өндәшкән тауыш ишетелде.

- Әйҙәгеҙ, һеҙҙе саҡыралар,- тине аҡ халатлы йәш ҡыҙ.

Кабинетҡа килеп ингәс, табип:

- Ҡыҙығыҙға йәнә бер операция үткәрергә тура киләсәк , - тине.

-Ҡыҙымдың хәле шулай насармы ни? - тип һораны Нәфисә.

- Беренсе операцияға ун дүрт йыллап ваҡыт үҙған. Медицина был арауыҡта күпкә алға китте. Ҡыҙығыҙҙың хәлен яҡшы яҡҡа үҙгәртербеҙ, тип ышанам, - тине.


Нәфисә ҡунаҡханала туҡтап, иртәгәһен дауаханаға килде.

- Ҡыҙығыҙҙы операцияға алып киттеләр, көтөгөҙ, - тинеләр.

Нәфисәнең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Ул урамға сығып, эскәмйәгә ултырҙы, белгән доғаларын иҫенә төшөрҙө. Ҡайғыһынан алйып йөрөгән осорҙа күрше әбейе өйрәткәйне уға.

- Аллаһы тәғәлә үҙе яратҡан бәндәләренә генә һынауҙар ебәрә. Сабыр бул, доғалар уҡып, балаңдың һауығыуын һора, Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, бирер, тик ышанырға кәрәк, - ти торғайны күршеһе.

«Эй, балам,балам. Ниндәй генә михнәттәр кисерергә тура килмәне һиңә! Яҙмыш һынауҙарҙы беҙгә тауҙай өйөп биргән шул. Операция уңышлы үтеп, алда тик шатлыҡтар ғына насип итһен! - тип ялбарҙы ҡатын. Ҡыҙымдың киләсәге мотлаҡ бәхетле булырға тейеш. Яратып, яратылып йәшәһен, әсә булыу бәхетен татыһын, ир хәстәре , балалар ҡыуанысын күрһен. Үҙен был донъяла артыҡ , кәрәкһеҙ итеп тоймаһын, йә раббым!» Нәфисә Хоҙайҙан теләктәренең ҡабул булыуын һораны.

Операция тамамланғас, Нәфисәне хирургия бүлексәһенә яңынан саҡырҙылар.

-Операция 7 сәғәт дауам итте. Барыһын да уны яһаған табиптан һораша алаһығыҙ. Сит илдә стажировкала булып ҡайтҡан бик тәжрибәле хирург ул, - тине бүлексә мөдире. - Әйткәндәй, ул һеҙҙе көтә.

Нәфисә мөдир күрһәткән кабинетҡа атланы.

- Мөмкинме?- тине ул ҡыйыуһыҙ ғына ишекте асып инеп.

Тәжрибәле хирург ҡатын кеше икән. Ул йылмайып Нәфисәгә табан атланы.


- Сания?

- Эйе, мин. Һаумыһығыҙ Нәфисә апай! - Сания уны ҡыҫып ҡосаҡланы. Икеһенең дә күҙҙәрен йәш томаланы.

- Бер нимәлә аңламайым, - тине Нәфисә ни әйтергә белмәй. – Нисек хирург булып киттең?

- Әлфиә менән булған бәхетһеҙлектә тик үҙемде ғәйепләнем. Ситкә сығып китеп, медицина институтына уҡырға керҙем. Бар теләгем - Әлфиәгә ярҙам итеү. Гастроэнтерологияны ентекле өйрәнеп шул өлкәне һайланым. Һеҙҙең хәлдәрегеҙҙе ишетеп белә инем. Һуңғы йылдарҙағы яңы төр технологияларҙы үҙләштереп, сит илдә тәжрибә тупланым.

- Операция нисек үтте һуң? - көтөлмәгән осрашыуҙан албырап ҡалған Нәфисә иң мөһим һорауын бирҙе.

- Йәш организм мөғжизә яһаған - кислота яндырған урында яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтергән!

- Шуның өсөн дә операция күпкә еңелерәк атҡарылды. Яһалма көпшәне алып ташлап, яра урындарын бөтәйттек. Хәҙер Әлфиә – һап-һау! Бөтә башҡа кешеләр кеүек үк ашай аласаҡ!

Нәфисә шатлығынан Санияны ҡосаҡлап :

- Рәхмәттәремде ниндәй һүҙҙәр менән генә еткерәйем икән, - тип илап ебәрҙе.

Иртәгәһен Әлфиәне реанимация бүлегенән дөйөм палатаға сығарҙылар. Нәфисә уның янына кергәндә ҡыҙы йоҡлай ине әле. Ул оҙаҡ ҡына ҡәҙерлеһенә ҡарап торҙо. Уйланып китеп Санияның кергәнен дә ишетмәгән.

- Ҡыҙымдың һауығыуын теләп, ошо көндө көтөп йәшәнем. Ниһайәт, килде был көн! - тине Нәфисә .

- Минең дә был - иң бәхетле көнөм!- тип йылмайҙы Сания.

Шул ваҡыт Әлфиәнең тауышы ишетелде:

- Әсәй, алма ашағым килә...

Нәфисә ҡыҙына ҡыҙарып бешкән алма һуҙҙы.

Минира БИКӘНӘСОВА.
Усман ауылы.

Читайте нас: