Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Февраль 2019, 02:00

Һынау2

Нәфисәнең хәленә инеп айырым палата бүлделәр. - Бер-нисә көндән балағыҙҙы янығыҙға килтерәбеҙ. Хәҙер ял итеп алығыҙ ҙа, һуңынан һеҙҙе нисек уны ҡарарға, ашатырға өйрәтербеҙ. Һеҙгә быны ғүмер буйына эшләргә тура киләсәк бит, - тинеләр уға. Оҙон юлдан, психик тетрәнеүҙән арыған Нәфисә карауатҡа ятыу менән йоҡлап китте. Төшөндә әсәһе бешкән баҡса еләктәрен Нәфисәнең усына тултыра, имеш. Ә ул... уларҙы Әлфиәһенә һона.

Ҡыҙы ашарға уйлап ауыҙына ҡаба ла, йота алмай ҡысҡырып илап ебәрә.
Өләсәһе ейәнсәрен йыуатып ҡулына ала.

- Әсәй, зинһар башҡа араҡы эсмә! Миңә ҡыйын, - тип ялбара Нәфисә.

- Ю-юҡ, хәҙер бер тамсы ла ҡапмайым. Минең гонаһтарым һеҙҙе ошо көнгә төшөрҙө бит, - тип илай, имеш.

Нәфисә уянғас та, төшөндә күргән-дәрҙе яңынан барланы. Мәрхүм әсәһе ҡыҙының хәлен әллә һиҙҙеме?

- Эх, әсәй, әсәй! Әлеге ауыр мәлемдә миңә ҙур таяныс булыр инең. Ниңә шул араҡыға иҫең китеп үҙеңде лә, беҙҙе лә язаланың? - тип әсенде Нәфисә.


Айбулат ҡыҙын уйлап ут эсендә янды. Сания уны күргән һайын башын түбән эйеп үтеп китер булды. Ә бер көндө эшкә килгән Айбулат ҡаршыһына сығып:

- Зинһар, ғәфү итегеҙ! Мин генә ғәйепле Әлфиәнең бәләгә тарыуында. Бер минутҡа ҡалдырып сыҡҡан арала, һыу тип...

Сания һүҙен әйтеп бөтөрә алмайынса илап ебәрҙе.

- Хәҙер һуң инде, барыһын да ваҡыт хәл итер, - тине Айбулат.

- Әлфиәгә ярҙам итер өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, - тип ҡыҙ йүгереп китеп барҙы.

Ошо һөйләшеүҙән һуң Сания башҡаса эш урынында күренмәне. Сит ҡалаға сығып киткән икән, тигән имеш-мимештәр генә ишетелде ауылда.

Айбулат колхоз рәйесенән ҡатыны менән ҡыҙы янына барып килергә рөхсәт һораны. Тик Нәфисә телефон аша:

- Әлегә килеп йөрөмә. Ҡыҙыбыҙҙың хәле тотороҡло түгел, - тип ирен туҡтатып ҡуйҙы.


Нәфисә табип ҡушҡандарҙың барыһын да теүәл үтәп ҡыҙы янынан китмәне. Әлфиәһе әлегә һөйләшә алмай, күҙҙәрен тултырып әсәһенә ҡарап ята бирә. Нәфисә уға иртәле-кисле массаж яһай, режим менән ашата. Ашата, тигәс тә, резина көпшәнең башына беркетелгән махсус яйланмаға шыйыҡ бутҡа, һурпа һала... Дарыуҙар, уколдар ярҙамында ҡыҙына яйлап хәл керә башланы.

- Балағыҙ аяҡҡа баҫҡас, уның мотлаҡ аҙыҡтың тәмен тойоп ашағыһы килер - был тәбиғи, - тине дауалаусы табип. –Был осраҡта бер нимәнән дә тыймағыҙ, әйҙә сәйнәп ашаһын, тик аҙыҡ мотлаҡ ошо көпшәгә генә төшөргә тейеш. Һәр ваҡыт аңлатып, иҫкәртеп тороғоҙ, хәүефһеҙлек саралары тураһында ла онотмағыҙ!

Нәфисә алдағы тормошо еңелдән булмаясағын аңлай. Ҡыҙының балалыҡ йылдары яфаланып үтере билдәле, иптәштәре менән мәктәпкә йөрөй алырмы, бөтә тормош рәхәтлектәренән мәхрүм булып йәшәрме ғәзиз балаһы?

Нәфисәнең уйҙары һыу буйы. Эх, кире ҡайтарып булмай шул ваҡытты. Ҡайһы бер хаталарҙы ла төҙәтеп булмай, ҡыҙғаныс. Ҡатын бәхетле минуттарын күҙ алдынан үткәрҙе: бына Айбулат Әлфиәһен ҡыҙыл таҫма менән уратылған юрғанға төрөп бала табыу йортонан алып сыға... Тәүге аҙым яһағанын, теле асылып беренсе һүҙҙәр әйтеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алыуҙары, әкиәт һөйләп, бишек йырҙары көйләп йоҡлатыуҙары - барыһы ла төш кеүек кенә булып ҡалған.

Уйға батҡан Нәфисәне ҡыҙының тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе:

- Әсәй, алма ашағым килә...

Ҡатындың тәне зымбырҙап китте, ул тәүҙә ҡойолоп төштө, ҡыҙының хәлһеҙ генә әйткән һүҙҙәре уны айнытып ебәргәндәй булды.

- Хәҙер, балам, хәҙер...


Үҙе өтәләнеп алма эҙләй башланы. Уның юҡ икәнен белһә лә, ваҡытты һуҙып балаһына нимә әйтергә тип баш ватты. Нәфисә шул тиклем баҙап ҡалды, хатта ҡыҙының һөйләшә башлауын да аңлар сиктә түгел ине.

Палатаға табиптың килеп кереүе генә Нәфисәне ҡотҡарҙы.

- Ҡыҙым алма һорай, - тине ҡатын, ни эшләргә белмәй.

- Мин баланы ҡараған арала, магазинға барып әйләнегеҙ һуң, - тине табип тыныс ҡына. - Һеҙ килгәс, бергәләп ашатырбыҙ.

Нәфисә палатанан йүгерә-атлай сығып китте. Алма алып килгәндә ҡыҙы йоҡлап киткәйне инде.

-Уянғас, мине саҡырырһығыҙ,- тип табип сығып китте.

Ҡыҙы һөйләшә башлағас Нәфисәгә лә йән керҙе. Сабыйы үҙ хәленә әкренләп өйрәнде, әсәһе алып килгән ризыҡтарҙы тәмләне.

- Әсәй, ә бынау кәнфит тәмлеме? Ә анауһы?

Ул һәр береһен тәмләп ҡарап, көпшә эсенә төшөрҙө...


Бер ай тигәндә Нәфисә менән Әлфиәне дауахананан сығарҙылар. Уларҙы алырға килгән Айбулат һурығып, ябығып киткән сабыйын ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты.

- Даими медицина тикшереүҙәре үтеп, һаулығын ҡайғыртып тороғоҙ ҡыҙығыҙҙың. Ун һигеҙгә тиклем йәшәй алһа, артабан ҡурҡыныс юҡ, үҙ-үҙен ҡарар хәлдә буласаҡ, - тине табиптар.

Әлфиә менән артабан ауылда йәшәү мөмкин түгел ине. Икеһе лә эштән китеп, ҡалаға урынлашырға булдылар. Айбулат ғилми-тикшеренеү институтына хеҙмәткәр булып эшкә керҙе, Нәфисә бөтә булмышын ҡыҙын тәрбиәләүгә арнаны. Уларҙың ауыр хәлен аңлап, дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Ғүмергә зәғифлеккә дусар булған баланы туғандары, дуҫтары йәлләне, һәр кеме ҡулынан килгән ярҙамды тәҡдим итте.

Йылдар үтте. Уҡыу йәшенә еткән Әлфиәне махсус мәктәпкә алдылар. Аҡыллы, зиһенле бала тиҫтерҙәре менән бер рәттән ябай мәктәптә уҡырлыҡ хәлдә түгел ине. Бер көндө ҡыҙын алырға килгән Нәфисә уның мәктәп коридорында илап торғанын күрҙе.

- Нимә булды, ҡыҙым? - тине ҡото алынған әсә. – Әллә берәйһе йәберләнеме?

-Мин башҡаса бында уҡырға килмәйем. Минән бөтәһе лә көләләр, - тип тағы ла ҡысҡырыбыраҡ иларға тотондо. – Ниңә мин башҡалар кеүек түгел?

Нәфисәнең йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булып һулҡылданы. Ҡыҙы хәҙер ҙурайҙы шул, аңды-тоңдо аңларлыҡ йәштә.

Айбулат менән кәңәшләшеп, ҡала мәғариф бүлегенә ғариза менән килделәр. Барыһын да аңлатҡас, уларҙың һорауын ҡәнәғәтләндереп, өйҙә уҡытыуға рөхсәт бирҙеләр, айырым уҡытыусы тәғәйенләнеләр.

Нәфисәнең көндәре бөтмәҫ мәшәҡәт-борсолоуҙар менән үтеп торҙо, Айбулат та ғаиләһен етеш йәшәтер өсөн бар көсөн һалды. Әлфиәгә дарыуҙар, төрлө процедуралар өсөн аҡса күп кәрәкте.

Минира БИКӘНӘСОВА,

Усман ауылы.


(Дауамы бар)
Читайте нас: