Үткән йыл беҙҙең Усман ауылынан шиғырҙары һәм хикәйәләре менән шатландырып тороусы ижадсыбыҙ Минира Бикәнәсова өсөн емешле булды. Ул «Башҡортостан» гәзитендә тормошсан, фәһемле яҙмалары өсөн лауреат булды, шулай уҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналы тарафынан 2015 йылдан алып даими үткәрелә килгән «Әсә йөрәге» шиғыр бәйгеһендә лә ҡатнашып, «Зауыҡлы ҡәләм» номинацияһына лайыҡ булды.
«Киләһе шәлкемгә ингән эштәр әсә булмышының мең ҡырлылығы һәм шул уҡ ваҡытта фәрештәгә тиң булыуы хаҡында. Шиғриәт ҡанундарын тәрән аңлап ижад иткән, йөкмәткеле шиғырҙары менән һоҡландырған Ауырғазы ҡыҙы Минира Бикәнәсованың «Әсәй» шиғырындағы :
«Уңғанлығың хайран итә мине,
Өлгө алам һинән бар эштә.
Доға-теләктәрең һаҡлап тора,
Һин – ерҙәге изге фәрештә!» – тип яҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналында йомғаҡлау мәҡәләһендә Гөлнара Хәлфетдинова.
Минира Венер ҡыҙы үҙенең кисерештәре менән уртаҡлашты:
- Рҽспубликабыҙҙың төп гәзите лауреаты булыу шатлыҡлы ваҡиға! Шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та өҫтәй. Абруйлы яҙыусылар, журналистар араһында лауреат булыуым ижадыма ҙур баһа ул. «Башҡортостан» гәзите мөхәррире Вәдүт Исхаковҡа һәм редакция коллективына минең яҙғандарҙы уҡып барған уҡыусыларыма оло рәхмәтемде белдерәм.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған «Әсә йөрәге» шиғырҙар бәйгҽһендә «Зауыҡлы ҡәләм» номинацияһына эйә булдым, шиғырҙарымды яратып ҡабул иттеләр.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, артабан да уңыштар теләйбеҙ, ижад ҡомары артһын ғына!
"Әсәй" шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Әсәм өсөн мин әле лә бала,
Ҡурсалай ул хәтәр, ямандан.
Аҡыл-кәңәштәрең, әсәй, кәрәк,
Мин өйрәнәм һинән һаман да...
Һөйләшеп тә һүҙҙәр бөтәр түгел,
Эй рәхәт тә һинең яныңда!
Йылы ҡулың сәстәремдән һыйпай,
Мин сабыймын әсәй барында!
Ғүмер биреп, үҫтергәндә беҙҙе
Күпме ауырлыҡтар күтәрҙең...
Бирешмәнең, сабырлығың еңде
Кәңәшсеһе булдың күптәрҙең!
Уңғанлығың хайран итә мине,
Өлгө алам һинән бар эштә,
Доға-теләктәрең һаҡлап тора -
Оло йөрәгеңдә мәрхәмәт тә,
Бөтмәҫ аҡыл, иман, түҙем дә,
Әсәләрҙең бөтә бөйөклөгөн
Йыйғанһың һин, әсәй, үҙеңдә!