Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Ғинуар 2019, 02:00

Һынау1

Колхоз рәйесе Нәфисә менән Айбулатты борсоулы йөҙ менән ҡаршы алды. -Тәфтишсе килергә тейеш. Кисәге хәл буйынса. Бында бер ниндәй ҙә криминал юҡ та инде, шулай ҙа улар үҙ эшен эшләргә тейеш,- тине ул. Тәфтишсе егет Нәфисә менән оҙаҡ ҡына һөйләште. Ул эшләгән кабинетты ентекләп ҡарап сыҡты. - Кислота һалынған стаканды ысынлап та өҫтәлдә ҡалдырғайнығыҙмы? - Эйе...юҡ...белмәйем.

(Дауамы).

Колхоз рәйесе Нәфисә менән Айбулатты борсоулы йөҙ менән ҡаршы алды.

-Тәфтишсе килергә тейеш. Кисәге хәл буйынса. Бында бер ниндәй ҙә криминал юҡ та инде, шулай ҙа улар үҙ эшен эшләргә тейеш,- тине ул.

Тәфтишсе егет Нәфисә менән оҙаҡ ҡына һөйләште. Ул эшләгән кабинетты ентекләп ҡарап сыҡты.

- Кислота һалынған стаканды ысынлап та өҫтәлдә ҡалдырғайнығыҙмы?

- Эйе...юҡ...белмәйем.

- Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, был бик мөһим,- тине егет.

- Мин бөтә кәрәкле реактивтарҙы махсус урында һаҡлайым. Кисә лә тәжрибә һауыттарын бына ошонда ҡалдырғайным,- тип Нәфисә шкафҡа күрһәтте.

- Һеҙҙән башҡа был бинала тағы кемдәр эшләй?

- Өҫкө ҡатта бухгалтерия, һәм...йыйыштырыусы ҡыҙ.

- Яҡшы. Кабинеттағы һәр нимәгә экспертиза үткәрергә кәрәк буласаҡ,- тип тәфтишсе яңғыҙы бүлмәлә ҡалды.


Ҡатынын коридорҙа Айбулат түҙемһеҙләнеп көтә ине.

- Әле генә Өфөгә шылтыратып Әлфиәнең хәлен белештек.

Нәфисә һораулы ҡарашын иренә төбәне.

- Нимә тинеләр?Йә, тиҙерәк һөйлә!

- Өфө табиптары ярҙам итә алмаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Нәфисәнең күҙ алды ҡараңғыланды. Ул мөйөштә торған ултырғысҡа тотоноп йөҙөн ҡапланы.

Колхоз рәйесенең эш машинаһы Нәфисә менән Айбулатты Өфөгә алып килде. Республика балалар дауаханаһының баш табибы уларҙы йыуатырлыҡ һүҙҙәр эҙләп торманы, ҡәтғи итеп:

- Баланы харап иткәнһегеҙ! Минең практикала бындай осраҡ беренсе тапҡыр! Аш юлы кислота тәьҫиренән үтәнән – үтәгә янып сыҡҡан! Һеҙ нимә ҡаранығыҙ, ҡайҙа һеҙҙә атай-әсәй уяулығы?

Нәфисә менән Айбулат баштарын баҫып шелтә һүҙҙәрен тыңланы. Эйе, тик үҙҙәре генә ғәйепле, дөрөҫ әйтә табип!

- Йә, ярай. Хәҙер тик яҡшыға өмөтләнергә, һәм... иң насарына ла әҙер булырға кәрәк!

- Н-нисек инде?

Нәфисә йәшле күҙҙәрен табипҡа төбәне. Тимәк...балаһы тере? Уның төҙәлеренә өмөт бар?

- Эйе, беҙ кисә үк сабыйҙы Мәскәүгә ебәрҙек. Әле ундағы иң тәжрибәле хирургтар операция яһай. Бәлки, ярҙам итә алырҙар...

Ул Нәфисәгә ҡарап:

- Һеҙгә мотлаҡ унда барырға кәрәк, -тип дауахана адресын тотторҙо.


Самолетҡа ултырғас Нәфисә уйға сумды. Үҙенең бәләкәй саҡтарын иҫкә алырға яратмай ул. Мәңге иҫерек әсәһенең туҙған сәсе, күп эсеүҙән шешенгән күҙҙәре балалыҡ йылдарының берҙән-бер хәтирәһе булып күңелендә уйылған. Һеңлеһе менән тормоштоң әсе-сөсөһөн бәләкәйҙән татып үҫте улар. Атаһы ла эскән ҡатынынан айырылып сығып китте. Ҡыҙҙарын үҙе менән алырға уйлағас, улары әсәләрен йәлләп тороп ҡалды. Ниндәй генә булһа ла, әсәй бит әле. Бәлки эсеүен ташлар, тип өмөт иттеләр. Тик ул ире ташлағас , тағы ла шашып эсергә кереште. Нәфисә мәктәптә уҡығанда матур ғаиләләрҙә үҫкән тиҫтерҙәренә көнләшеп ҡараны. Ярай әле атаһының ике туған апаһы бар. Ул ҡыҙҙарҙы һәр ваҡыт ҡурсалап, ашатып-эсереп торҙо, уҡыуҙарында ярҙам итте.

- Уҡығыҙ! Уҡыған кеше хур булмай . Белем -аҡылдың яртыһы! - тип өйрәтте ҡыҙҙарҙы.

Урта мәктәпте тамамлап, ҡулына аттестат алған Нәфисә юғары уҡыу йортона инде. Өсөнсө курста саҡта мәңгелек мөхәббәтен осратты. Уның менән тормош ҡороп, бәхетле ғаиләлә бәхетле балалар үҫтерергә хыялланды. Тик бына яҙмыш уға тағы һынау ебәрҙе. «Эй, балаҡайым иҫән генә булһа ярай ине, уны һауыҡтырыу өсөн барыһын да эшләр инем, тик тере генә булһын, операция уңышлы үтһен ине» - тип өҙлөкһөҙ теләне Нәфисә.


Дауаханала Нәфисәне көтәләр ине инде.

- Сабыйҙың хәле әлегә бик ауыр. Ул реанимацияла. Белеп булмай...янына керергә рәхсәт бирәбеҙ,- тине операция яһаған табип. - Беҙ барыһын да эшләнек.

Нәфисә халатын яурынына һалып табип артынан эйәрҙе. Палатаға ингәс, Әлфиәһе ятҡан карауатҡа яҡын килергә ҡыймай, ишек төбөндә туҡтап ҡалды.

Табип тоноҡ тауыш менән аңлатырға тотондо.

-Беҙ тамаҡ менән ашҡаҙанды яһалма көпшә ярҙамында тыш яҡтан тоташтырҙыҡ. Ул аш юлын алмаштыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер балағыҙ йота алмайасаҡ. Туҡлыҡлы матдәләр ошо көпшә аша ашҡаҙанға барып организмды туйындырасаҡ.

Нәфисә баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Йә, Хоҙай, ул балаһының хәлен былай уҡ күҙ алдына килтермәгәйне. Тын алырға ла ҡурҡып карауат янына килде. Сабыйы ап-аҡ булып иҫәпһеҙ-һанһыҙ резина көпшәләр араһында яһалма аппарат аҫтында ята.

-Һеҙгә бөтә сабырлыҡты йыйып йәшәргә тырышырға кәрәк. Ыңғай эмоциялар, төҙәлеүгә ышаныс балағыҙға оҙағыраҡ йәшәргә көс бирәсәк,- тине табип. - Илап ҡына хәлде еңеләйтеп булһасы, - тип көрһөндө.

- Балам йәшәйәсәкме?

- Быныһы Хоҙай ҡулында, һеҙҙең ҡулда. Бөтә һөйөүегеҙҙе биреп тәрбиәләһәгеҙ ҡыҙығыҙ ошо аппарат менән дә йәшәй аласаҡ. Бынан насарыраҡ хәлдәр ҙә осрай әле тормошта, - тип йыуатты. - Ләкин... үҫеш кимәле тиҫтерҙәренекенән күпкә ҡалышыуы ихтимал, бының менән һеҙгә ризалашырға тура килер.


Минира БИКӘНӘСОВА.

Усман ауылы.
Читайте нас: