Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
16 Ғинуар 2019, 02:00

Һынау

Нәфисә менән Айбулатты колхоз рәйесе ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. - Һеҙҙең кеүек йәштәр бик кәрәк беҙгә! - тине ул киң йылмайып. Береһе агроном, икенсеһе ветеринар дипломдарын өҫтәлгә һалғас, рәйес кинәнес менән уларҙы ҡарап сыҡты. -Һай, афариндар! Иртәгәнән үк эштә көтәбеҙ, - тине. – Әй, онотоп та торам, бына һеҙҙең килеүгә фатир ҙа әҙерләнек, - тип асҡыс һуҙҙы.

Нәфисә менән Айбулатты колхоз рәйесе ҡуш ҡуллап ҡаршы алды.

- Һеҙҙең кеүек йәштәр бик кәрәк беҙгә! - тине ул киң йылмайып.

Береһе агроном, икенсеһе ветеринар дипломдарын өҫтәлгә һалғас, рәйес кинәнес менән уларҙы ҡарап сыҡты.

-Һай, афариндар! Иртәгәнән үк эштә көтәбеҙ, - тине. – Әй, онотоп та торам, бына һеҙҙең килеүгә фатир ҙа әҙерләнек, - тип асҡыс һуҙҙы.


Нәфисә менән Айбулат ең һыҙғанып эшкә кереште. Нәфисә баҫыуҙарҙы байҡап, орлоҡ сифатын тикшерһә, Айбулат ферма малдарының торошон, ашау рационын контролдә тотто.

Бер-береһенә пар килеп торған йәш белгестәрҙе ауыл халҡы тиҙ үҙ итте, берәүҙәр һоҡланып ҡараһа, икенселәре бер аҙ көнләште лә.


Студент йылдарында уҡ өйләнешеп донъя ҡорған йәштәрҙең өс йәшлек ҡыҙҙары Әлфиә, балалар баҡсаһы ремонтҡа ябылыу сәбәпле, әсәһе янында уралды.

- Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ, мин арыным, һыуһаным, - тине бала көйһөҙләнеп.

- Туҡтап тор, ҡыҙым. Әҙ генә эшем бар.

Әлфиә йүгерә-атлай тышҡа сығып китте. Колхоз контораһында йыйыштырыусы булып эшләгән Сания исемле ҡыҙ:

- Нәфисә апай, үҙем ҡарап торормон Әлфиәне. Борсолмағыҙ, ашыҡмағыҙ, - тип бала артынан ыңғайланы.

Нәфисә контроль орлоҡтарҙы бер-нисә банкаға һалып, өҫтәренә махсус шыйыҡса ҡойҙо ла, шкафҡа ултыртты.

Урамға сыҡҡас, Әлфиәһе менән уйнап йөрөгән Санияны күреп, көлөмһөрәп ҡуйҙы.

- Мин тиҙ генә магазинға барып киләм дә, шунан өйгә ҡайтырбыҙ, - тине Нәфисә ҡыҙына.


Магазиндан кире әйләнеп килгәндә, йөҙө ағарынған, ирене күгәреп ҡатҡан Сания ҡаршыһына йүгереп сыҡты. Ул ниҙер әйтергә уҡталды, тик тауышы сыҡманы. Ҡурҡышынан ҙур асылған күҙҙәрен Нәфисәгә төбәп ҡулы менән кабинет ишеге яғына күрһәтте.

- Нимә булды? Әлфиә ҡайҙа?

- Ул,ул...

Нәфисә ниҙер булғанын һиҙенеп, Сания күрһәткән ишек тотҡаһына үрелде.

Ишекте асҡас та бер ни аңламай ҡатып тора бирҙе. Иҙәндә Әлфиәһе, уның эргәһендә тәжрибәләр өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡса түгелеп ята.

- Балаҡайым!!!

Нәфисә ни ҡылырға белмәне. Өнһөҙ баҫып торған Санияға:

- Йүгер медпунктҡа, фельдшерҙы алып кил, - тип ҡысҡырҙы. – Айбулатҡа хәбәр итергә кәрәк!

Нәфисә иҫен юғалтҡан ҡыҙын күтәреп алды, ауыҙ тирәһе көслө кислота тәьҫиренән уйылған, күлдәк яғаһы теткеләнгән...

«Ай, нишләнем мин! – тип аҙарынды ҡатын. – Бер ни уйламайынса ағыулы шыйыҡсаны өҫтәлдә ҡалдырып киткәнмен дә баһа! Әлфиәһе бит бер ваҡытта ла уның әйберҙәренә теймәй торғайны! Айбулатҡа ни тип әйтермен? Күҙҙәренә нисек ҡарармын. Ул мине был ҡылығым өсөн бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәк. Хәйер, эш унда ғынамы! Әлфиәһе терелерме? Әгәр... Юҡ,юҡ, бының булыуы мөмкин түгел! Йә, Хоҙай!» - Нәфисәнең башы әйләнеп, йығылып китә яҙҙы.

***

Ҡыҙының хәлен ишетеп килеп еткән Айбулат, хәлһеҙләнеп бөгөлөп төшкән ҡатынын, иҫһеҙ ятҡан Әлфиәһен күреп тетрәнеп ҡуйҙы. Фельдшер баланы кисекмәҫтән Өфөгә алып китеүҙе хәл итергә ҡушты.

-Бала бик ауыр хәлдә. Кислота ауыҙ эсен генә түгел, башҡа ағзаларын да яндырғанға оҡшаған, тиҙ ярҙам күрһәтмәгәндә хәл аяныслы тамамланырға мөмкин, - тип өҙгөләнде.

Колхоз рәйесе район башлығы менән бәйләнешкә сығып, унан Өфө табиптарына шылтыратыуын үтенде.

- Көтөгөҙ, вертолет ебәрәбеҙ, - тинеләр баш ҡаланан.

Ярты сәғәт ваҡыт ярты йылдай тойолдо Нәфисә менән Айбулатҡа. Ҡыл өҫтөндәге сабыйҙы, сараһыҙҙан алйып ҡалған атаһы менән әсәһен йәлләп, ауыл кешеләре өнһөҙ баҫып тора бирҙе.

Бына бер мәл күктә вертолет тауышы ишетелде, унан үҙе лә күренде. Йыйылған халыҡ нисектер еңел тын алып ҡуйғандай булды. Вертолет төшкән урында ҡом бураны күтәрелде, үләндәр сайҡалды.

Тиҙ ярҙам бригадаһы табиптары төшөп, баланы бер тында ҡарағас, кире вертолетҡа ашыҡты.

- Ҡыҙым янында барам, - тигәс, Нәфисәгә:

- Баланың хәле киҫкен, һеҙҙең әлегә кәрәгегеҙ юҡ, - тип яуапланылар.

***

Нәфисә менән Айбулат өйҙәренә ҡайтҡас, икеһе ике яҡта баш баҫып ултырҙы. Яңы ғына башланған тормоштарының бәхете шулай ҡыҫҡа булдымы ни инде?

Институтты тамамлап, диплом алған көндө, эшкә йүнәлтмә биреү комиссияһы ағзалары:

- Кафедрала ҡалығыҙ, белемегеҙҙе камиллаштырып, аспирантураға уҡырға керегеҙ, - тип кәңәш биргәйнеләр. Тик Айбулат, берәй районға барып эшләп ҡарағым килә, беҙ ауыл профессияһы кешеләре, - тип ныҡышҡас, ошо урынға тәғәйенләнеләр. Колхоз белгестәре өсөн төҙөлгән фатирҙы ла биргәс, нисек шатланғайнылар! Тик шатлыҡтары оҙаҡҡа барманы шул.

«Эх, ҡалала ҡалһаҡ - был хәл булмаҫ ине», - тип көрһөндө Айбулат эстән генә. Ҡайғынан йөҙө һарғайған ҡатынын күреп, тағы аҙарынды.

«Балам, балам... ни хәлдәһең икән? Табиптар ниҙәр генә ҡылып ҡарар инде?» - тип иламһыраны Нәфисә. Иртәгәһе көндө күҙ алдына ла килтерергә ҡурҡып таң аттырҙы улар.

Минира БИКӘНӘСОВА.

(Дауамы бар).

Читайте нас: