Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
14 Декабрь 2018, 02:00

Икенсе йәшлек

Эх, яҡшы заманда йәшәйбеҙ ! Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт! Торған һайын уның хәстәрен нығыраҡ тоябыҙ түгелме?

Икенсе «йәшлек”( юмореска)
Эх, яҡшы заманда йәшәйбеҙ! Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт! Торған һайын уның хәстәрен нығыраҡ тоябыҙ түгелме?

Бына тағы беҙҙе хәстәрләп, йәшлегебеҙҙе оҙайтып, ҡартлығыбыҙҙы артҡа сигендерҙе. Юҡһа, иллене уҙҙыңмы - пенсияға оҙаҡ ҡалманы, ҡартаябыҙ, ти торғайныҡ. Ә хәҙер... Һаумы, йәшлек! Уф, икенсе һулыш асылды, тындар иркенәйеп китте ләбаһа.

Эшләмәй ни, эшләйбеҙ, кәнишне! Колхоздар гөрләп тора, мәктәптәр ишеге асыҡ, ауыл клубы уттары яна... Туҡта, туҡта! Эй, ошо хәтер тигәнең... күптән барыһы ябылып бөттө бит әле! Зато һаулыҡҡа күпме файҙаһы! Элек, шул колхоз заманында яҙын трактор гөрөлдәүе, көҙөн комбайндар гөрһөлдәүе ҡолаҡты ярһа, хәҙер - тып-тыныс! Хатта ауылдан ҡарғалар ҙа ҡасып бөттө, ә беҙ ҡалдыҡ! Мәктәп ябылмаҫ элек бала-саға сырҡылдауынан, урам тултырып уҡыуға барыуҙарынан ауыл гөр килеп торһа, хәҙер иртүк һары автобусҡа тейәп алып китәләр ҙә, кискә генә алып ҡайталар. Көнө буйы тағы тынлыҡ. Эх, ауылда йәшәүҙең рәхәтлектәре! Бынау, Зөмәрә күршем пенсияға сығам, тип шатлана ине, сыҡмайыраҡ тор әле. Имеш, һаулығы самалы, имеш, быуындары һыҙлай, йөрәге ауырта. Эй, шатландырайым әле үҙен!

- Күрше! Ишеттеңме, пенсия йәшен арттыралар ти бит! Быйыл сыға алмайһың әле, тағы бер нисә йыл бил бөгәһең бар!

- Ишеттем, әлбиттә. Бына бөгөн табипҡа барырға тейеш инем - бармаҫҡа ҡарар иттем. Сирләргә иртәрәк икән! Уй, ошо аяҡтарҙы..., - тине күршем урындыҡтан саҡ-саҡ тороп.

-Кит, беҙҙең сир-сирме ни ул!. Ана, депутаттарҙы йәлләйем мин! Беҙҙе яҡшы йәшәтәм, тип закондар ҡабул итеп , көндәр буйы йомшаҡ креслоларҙа ултырып, үҙҙәре остеохондроз, геморрой, варикоз сирҙәренә һабышалар ти, бит , меҫкенкәйҙәр.


...Кә-күк, кә-күк! Яратам, йәйге иртәләрҙә ошо ҡоштоң һайрауын. Һуңғы осорҙа бигерәк моңланып китте әле ул. Әйтерһең, йылдарҙы түгел, пенсия йәшен һанай.

- Оҙағыраҡ ҡысҡырырға

Тапмайһыңмы берәй көс? Кә-күк, кә-күк...

Бына элек, 55-ең тулыр-тулмаҫ, «етте һиңә, бар пенсияға», ти торғайнылар, хәҙер улай тип маҙаһыҙлай алмаясаҡтар! Ирҙәр тураһында әйтеп тә тораһы түгел! Ирҙәр өйҙә ултырмаһын ул! Эшләһен дә, эшләһен, әйҙә! Ҡайҙа булһа ла - Себер китәме, Мәскәүме... Иң мөһиме - бисәһенә банк карточкаһын ғына ҡалдырһын! Минеке, быйыл өс йылдан, йәнекәйем, һин дә, мин дә, хаҡлы ялға сығып, сөкөрҙәшеп өйҙә баллап-майлап сәй эсеп ултырырбыҙ, тип хыяллана ине. Туҡтап тор, сәй эсмәй ни! Тағы ун йыл һыҙғыраһың бар әле, йән киҫәккәйем! Һыҙғыраһыңмы, һыҙланаһыңмы...

Саҡ менән Суҡ кеүек, беребеҙ алтмыш бишен, икенсебеҙ алтмыш өсөн тултыра алмай йөрөрбөҙме икән ни икебеҙ ике яҡта?

Уф, әллә нимәләр уйлап ултырып, баш тубал кеүек булды. Юҡ, бирешергә түгел, артҡа ҡарарға ла ярамай, гел алға! Артҡа ҡарап, йәшәлгән йылдарҙы һанарға түгел хәҙер, алға ҡарап пенсияға етеү йылдарын һанарға кәрәк! Һанарға ла, иң мөһиме -эш эҙләргә! Күреп тораһығыҙ, йәмәғәт, хаҡтар эпидемия осорондағы вирус кеүек арта! Белеп тә хеҙмәт йәшен оҙайталар инде ул! Был хәтлем түләүҙәргә пенсия аҡсаһы ғына етмәйәсәк. Ух, эшләп күп аҡса табып, ррәхәтләнеп йәшәйһеләр алда булһын. Хөкүмәтебеҙ йәшәү кимәлен яҡшыртабыҙ, ғүмер оҙонлоғон арттырабыҙ тип торғанда, ниндәй пенсияға сығыу ти ул! Бөгөндән, ҙур сумаҙаныма кейем-һалымымды тултыра башлайым - яңы уҡыу йылына Эш эҙләргә!

Минира Бикәнәсова, Усман ауылы.
Читайте нас: