Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
10 Декабрь 2018, 02:00

Рәхмәтлемен һиңә, яҙмышҡынам!

Луиза Кирәева шиғриәткә лә ғашиҡ. Ул һоҡланып та, тәьҫирләнеп тә, тирә-яғы, тыуған төйәге, тәбиғәт тураһында үҙенең кисерештәрен, уйҙарын шиғри юлдарға теҙеп ижад итә. Мәктәптә уҡығанда уҡ ҡәләм тибрәтә башлай, бөгөн иһә илһамлы күңеле уны ҡабат ижадҡа әйҙәй.

Мораҙым һылыуы Луиза Кирәева уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән.Биш баланың өсөнсөһө булған ҡыҙҙың күңеленә ата-әсәһенең хеҙмәте, ижади аралашыуҙары уның һөнәр һайлауына ла булышлыҡ иткәндер. Луиза Риф ҡыҙы БДУ-ның магистратураһын, аспирантураһын уңышлы тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм 2011 йылда доцентлыҡҡа ирешә. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһенә лайыҡ булды.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы факультетында 2004 йылдан алып эшләй. Бихисап яңы уҡыу курстарының программаларын, уҡыу-методик комплекстарын, уҡыу әсбаптарын әҙерләү буйынса күп көс һалыусы ла ул. Луиза Риф ҡыҙы факультеттың йәмәғәт тормошонда әүҙем эш алып бара, бай йөкмәткеле әҙәби кисәләр ойоштора, ижади семинарҙарҙың уртаһында ҡайнай. Юғары уҡыу йорто, башҡорт фило-логияһы факультеты кимәлендә «Дарман» гәзитен ойоштороп, уның эшенә оҙаҡ йылдар етәкселек итә. Уның күп кенә мәҡәләләре «Ағиҙел», «Ватандаш», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәдкәр» кеүек журналдарҙа донъя күргән.
Мораҙым
Алһыуланып ата бында таңдар -

Йылыраҡтыр ҡояш нурҙары?!

Мең-мең сәскә балҡый төҫлө һиндә,

Тыуған ерем - гүзәл Мораҙым.

Бал ҡортолай эшсән халыҡ йәшәй -

Умарталыҡ кеүек ауылым.

Һабантурғай йыры күңелдәрҙә,

Һандуғастай моңло Мораҙым!

Һәр сағылың - оло бер тау бит ул,

Сал ҡылғандар - данлы тарихың...

Ҡайҙа ғына яҙмыш йөрөтһә лә -

Ауылыбыҙ берәү - Мораҙым!

Тыныслыҡ

Зәп-зәңгәр күк. Көләс кенә ҡояш.

Тапланмаған ысыҡ. Йәшеллек.

Сабый тәбиғәттең саф ҡарашы.

Парлы ҡоштар осҡан иркенлек.

Яңы бешкән икмәк еҫе өйҙә,

Бәпес еҫе - һулап туймаҫлыҡ!..

Изге теләк менән тибә йөрәк:

Йәшәһен тик Ерҙә Тыныслыҡ!
Шишмә
Сафлыҡтың мин үҙе булып тыуҙым -

Гәлсәр кеүек ине күҙ йәшем.

Ҡояш-атам биргән һабаҡтарҙы,

Ер-әсәнең алдым кәңәшен.

Ах, тигеҙ ҙә түгел юлдары ла -

Ауыр балсыҡ төштө ярымдан.

Бер еп кеүек кенә нурҙы күреп,

Балҡып сыҡтым тағы яңынан!

Ҡотолдоммо тиһәм... Хыял янған -

Тик ел йөрөй көлгә күмгеләп.

Күҙ йәштәре аша көлөп сыҡтым -

Тәүбә ҡылып, башым бәргеләп.

Бысранып та бөттөм... Тик шулай ҙа

Ҡоштар әйҙәй мине үҙ итеп.

Юлым дауам итәм - балсыҡ ярҙа,

Көл өҫтөндә гөлдәр үҫтереп.

Яҙмыш аты
Ҡулдамы икән Яҙмыш

теҙгендәре?

Маңлайыма әллә яҙылған?

Яҡты көндәр, бәхет көҫәй күңел,

Юлдар ғына алда һыҙылған.

Ғүмер буйы көрәшәбеҙ кеүек

Йәшәү юлын һайлау алдында.

Ел-ямғырҙы бик аҙ күрҙекме ни

Йәшәйештең алһыу таңында?

Ата-әсә күҙе булып баҡты офоҡ,

Араланы зәһәр хаталарҙан.

Ҡылдан нәҙек ялың ҡотҡарҙы бит

Бысраҡтарға аунап ҡалыуҙан.

Ә бит күпме үтелгән дә инде –

Яҙмыш-атым, тик һин арыма!

Өмөтһөҙлөк тигән бер яуызға

Биреп ҡуйма, мине ташлама!

Оло юлдар…

Һуҡмаҡ-шырлыҡтары

Йә тип-тигеҙ йәки ҡар баҫҡан…

Алға барам һинең менән бергә:

Бирешмәҫкә ине, һынмаҫҡа!

Рәхмәтлемен һиңә, яҙмышҡынам –

Эй матур һәм киң бит был донъя!

Саф шишмәләр,

икһеҙ-сикһеҙ киңлек…

Ҡояшҡайҙан күңел ҡот йыя.
Читайте нас: