-12 °С
Болотло
Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарҙы хәтергә төшөрҙө. Һуғыш осоро йырҙары яңғыраны. Тыл ветераны Йәүҙәт Ғәлиев та сарала ҡатнашты.
Һуңынан бергәләшеп мәктәп янындағы обелискка сәскәләр һалынды. Өлкән быуын кешеләре унда атай-олатайҙарының исем-фамилияһын уҡып, бер тын туҡталып, иҫкә алып торҙо.
Һалдат бутҡаһы ла бик тәмле булды. Тыныслыҡ яулаусы быуынды онотмайыҡ, улар тураһындағы хәтерҙе киләсәк быуындарға тапшырыу - изге бурыс бит!