-12 °С
Болотло
Бөгөнгө иртәнең ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, һәр ерҙә байрамса - парадта ҡатнашыусылар ҙа, Үлемһеҙ полк йөрөшөндәгеләр ҙә Ленин урамына күп йыйылды. Башта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл ветерандары һәйкәленә сәскәләр һалдылар. Парадта берҙән-бер ветераныбыҙ, 100 йәшлек Шәриф Мөсәғитовтың ҡатнашыуы ла оло мәртәбә. Шулай алдағы йылдарҙағы парадтарҙа ла сафта булһын ине!