Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Апрель 2025, 15:38

Башҡортостандан «Зюган» позывнойлы яугир: «Олатайым минең менән ғорурланыр ине!»

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең олатайҙарының изге эшен дауам итә – улар ерҙе фашистарҙан таҙарта.

Башҡортостандан «Зюган» позывнойлы яугир: «Олатайым минең менән ғорурланыр ине!»
Башҡортостандан «Зюган» позывнойлы яугир: «Олатайым минең менән ғорурланыр ине!»

Талбазынан «Зюган» позывнойлы Айҙар Шәһийыһанов та Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинаны азат иткән олатаһы Ибраһим Мөхәмәтша улының хәрби юлын дауам итә. Уның олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында Донбасты һәм Запорожьены азат итеүҙә ҡатнаша, уларҙың бригадаһы Днепр һәм Көньяҡ Бугты аша сыға, Одесса һәм Тирасполь өсөн һуғышҡан.

Мәктәпте тамамлағас, Айҙар Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумына уҡырға инә, техник-механик һөнәрен ала. Армияла Ҡара диңгеҙ флотында матрос булып хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, Стәрлетамаҡта заводта водитель булып эшләй. Улы Стәрлетамаҡта колледжда уҡый. Уға Айҙар олатаһы хөрмәтенә Ибраһим тип исем бирә. Ҡыҙы Алина Ҡазанда йәшәй. Әйткәндәй, 15 февралдә ул беренсе тапҡыр ял ваҡытында олатай булып, ейәнсәрен күрергә лә өлгөрә.

2023 йылдың июнендә контрактҡа ҡул ҡуя. Бөтә дуҫтары фронтҡа киткәс, ул да уларға барырға ваҡыт етте, тип уйлай. Олатаһы ла уның менән ғорурланыр ине, тип ышана! Яҡындары был хаҡта юлға сығыр алдынан бер көн алда ғына белә.

«Зюган» «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында хеҙмәт итә. Тәүҙә Таһир Күсимов исемендәге батальонға алына. Йыл ярым фронттың дошман менән яҡын һыҙығында, Краснолиман йүнәлешендә була. Беренсе алышҡа ла ошонда инә. Терна һәм Ямполовка ауылдары янындағы урман массивтарын штурмлауҙа ҡатнаша. Контракт тамамланғас, Мугин Нагаев исемендәге артдивизионға күсә.

- Беҙҙең егеттәр күп. Яҡташлыҡ рухы көслө. Өйҙән алыҫта был төп, ҡеүәтле ярҙам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла ихтирамға лайыҡ түгел, һуғыш кемдең кем икәнен күрһәтә... әммә, нигеҙҙә, егеттәр яҡшы. Минең өсөн улар барыһы ла герой. Айҙар Насиров менән хеҙмәт итәм, позывнойы «Солтан». Уның менән бала саҡтан дуҫбыҙ, бер блиндажда йәшәйбеҙ. Отпускҡа бергә ҡайттыҡ һәм Яңы Кәлсерҙән Фәнил Карюков тапшырған «Шевроле Нива»ла бергә киттек, - ти «Зюган». – Тыуған ерҙән ярҙам ныҡлы тойола. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов менән алғы һыҙыҡта таныштыҡ. Ул әйткән һүҙендә тора белгән кеше. Бөтә үтенестәрҙе лә кисекмәҫтән үтәй. Маневрлы автомобилдәр һәм дрон һүндереүселәр хәҙер фронтта иң кәрәклеһе. Беҙҙең ҡораллы көстәрҙә дошмандарҙағы кеүек күп һанлы БПЛА юҡ. Хәтеремдә, хеҙмәт итеүҙең беренсе йылында дрондар бер кешегә иғтибар бирмәгән. Ә хәҙер яугирға был үлемесле аппараттарҙың биш-алтыһы тура килә. Уларҙың снарядтарынан күп тонналы танктар сүп-сарға әйләнә. Хәҙер шундай һуғыш - идара итеү пульты артында ултырып…

Һалдаттар өсөн иң ҡәҙерлеһе – мәктәп уҡыусыларынан өсмөйөшлө хаттар алыу. Таныш булмаған беренсе класс уҡыусыһының ҡупшы, тигеҙ булмаған хәрефтәре, һөйкөмлө һүрәте күңелдәрен йылыта. Был бик тулҡынландырғыс. Һәр хат блиндаж стенаһында һаҡлана.

- Тормошта үҙемде бәхетле тип һанайым. Мине һаҡлаусы көслө фәрештәм булыуыма ышанам. Бер шундай осраҡ булды. Мин блиндажда, күҙәтеү пунктында инем. Бер аҙ тәнәфестә ағас урындыҡҡа яттым. Өҫтә йылы. Сменанан ныҡ итеп өшөгән, ҡалтыранған хәрби иптәш ҡайтты. Мин уға урын бирҙем һәм сәй ҡуйырға киттем. Бер мәл һыҙғырып танк снаряды килеп төштө. Гөрһөлдәү, бүрәнәләр тапсыҡҡа әйләнде. Теге егет контузия алды, ярсыҡтар менән яраланды. Уны үлемдән сантиметрҙар ғына ҡотҡарҙы. Ә мин зыян күрмәнем. Тағы бер осраҡ бер йыл элек булды. Ул саҡта Юламан ауылынан Владислав Александров менән бер ротала хеҙмәт иттек. Бер көндө яраландыҡ-мин еңелсә, ә ул аяғын саҡ юғалтманы.

Яҡташыбыҙ IV дәрәжә Георгий тәреһе һәм Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.

 «Зюган» ярҙам сараһынан файҙаланып, ата-әсәһен инвалид ағаһы менән шифаханаға ебәрергә теләй. Күптән түгел ул Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына муниципаль идара итеү һөнәре буйынса ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға ингән.

- Тормош күрһәтер. Хәҙер иң мөһиме - балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ тыныс йәшәһен өсөн еңеүгә барып етеү. Беҙ олатайҙарыбыҙҙың хәтерен һәм намыҫын хурламаясаҡбыҙ! Еңеү беҙҙә буласаҡ! - тип ышана А.Шәһийыһанов.


 #Связьпоколений, #ИДРеспубликаБашкортостан

Башҡортостандан «Зюган» позывнойлы яугир: «Олатайым минең менән ғорурланыр ине!»
Башҡортостандан «Зюган» позывнойлы яугир: «Олатайым минең менән ғорурланыр ине!»
Башҡортостандан «Зюган» позывнойлы яугир: «Олатайым минең менән ғорурланыр ине!»
Башҡортостандан «Зюган» позывнойлы яугир: «Олатайым минең менән ғорурланыр ине!»
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас