Уҡыусылар ҡунаҡтар алдында патриотик йырҙар башҡарҙы, шиғырҙар һөйләне. Махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан Рәзил Ҡаһировтың һәм Чечен һуғышын үткән Фларис Юнысовтың нисек хеҙмәт итеүе, ниндәй ауырлыҡтар үткәреүе, быларҙан ниндәй тормош һабағы алыуы тураһында һөйләүҙәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Ҡунаҡтар шулай уҡ үҙҙәренең иптәштәре, ауыр мәлдәрҙә бер-береңә ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим булыуы тураһында әйтеп үтте. Бындай шарттарҙа тыуған дуҫлыҡ ныҡлы ла, ышаныслы ла.
Рәзил әрмелә хеҙмәт итмәгән, шулай ҙа был уның теләгенә кәртә булмай. «Космос» позывнойлы яугир ике йыл эсендә тормошто, ғаилә һәм дуҫлыҡ ҡәҙеренең ҡиммәтен нығыраҡ аңлауын белдерҙе.
Рәзил Ҡаһиров артиллерист та, өлкән пулеметсы ла була. Яҡындарының рухи ярҙамы, өйҙә ҡыҙҙары һәм улының көтөүе ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Әле улар дүртенсе сабыйҙарын көтә, шуға ла ғаилә башлығы бөтөнләйгә ҡайтҡан. «Чечен» Фларис Юнысов әрме хеҙмәтенең ир-егеткә күп нәмә биреүен – сыныҡтырыуын, характер тәрбиәләүен - билдәләп үтте. Ә уҡыусылар төрлө һорауҙар бирҙе, яһаған бүләктәрен тапшырҙы.