Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Февраль , 11:34

Владимир Путин Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған.  

Владимир Путин Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылда Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылды, тип хәбәр итә "Башинформ"мәғлүмәт агентлығы.

«Тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан, ветерандарға рәхмәт йөҙөнән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын танып, 2025 йылда Рәсәй Федерацияһында Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәрергә ҡарар итәм», - тиелә унда.

Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно тәғәйенләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2025 йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: