Рух
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2023, 23:05

Буҙа тәнгә сихәт бирә

Түрһәгәҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары милли эсемлек – буҙа әҙерләү серҙәренә төшөндө. #Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022 #Турсугали#Ауырғазырайоны #Аургазинскийрайон# #Всемирныйкурултайбашкир

Буҙа тәнгә сихәт бирә
Буҙа тәнгә сихәт бирә

Ауылдың мәктәбе ашханаһында үткән был сара ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды.

Педагогик хеҙмәт ветераны, Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәүә Зәбирова йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм уҡыусыларға милли эсемлектәр тураһында һөйләне. Буҙаның туҡлыҡлы эсемлек булыуы, уның ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы өсөн файҙалы булыуын әйтеп үтте. Үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашып, элек-электән халҡыбыҙҙың ҡымыҙ,буҙаға өҫтөнлөк биреүенә баҫым яһаны. Йәштәргә иҫерткес эсемлектәр менән дуҫ булмаҫҡа, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға өндәне.

 

Мәүә Әсҡәт ҡыҙы буҙаны әҙерләү менән электән шөғөлләнә. Йыйылыусыларға ул үҙе белгән ысулды аңлатты. Әҙер буҙаһын тәмләтте.  Барыһы ла файҙалы осрашыу өсөн ағинәйгә ихлас рәхмәттәрен белдерҙе.

 

Белешмә.

Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған һоло ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай. Был эсемлек һыуһынды ҡандырыу менән бергә, файҙалы ла. (Башҡорт Википедияһынан).

 

Буҙа әҙерләү рецептарының береһе.

23 г аҡ май, 125 г һоло ярмаһы, 6 г он, 32 г әсетке, 85 г шәкәр ҡомо, самалап һыу.
 Ваҡланған һоло ярмаһын йыуып, 10-30 минутҡа ебетергә ҡуялар. Һыуын һарҡытып, елһеҙ урында киптереп төйәләр. Төйөлгән һоло онона еңелсә ҡыҙҙырылған бойҙай оно, ҡайнар аҡ май һалып болғаталар. Шуға ҡайнап торған һыу һалып, ҡуйы шыйыҡса барлыҡҡа килгәнсе туҡырға һәм ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға. Унан тағы ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшылап иҙергә. Артабан, ҡабарһын өсөн әсетке, шәкәр ҡомо һалып, ябып торалар. Ҡабарып сыҡҡас, иҙмәне ҡайнатылған йылы һыу менән шыйыҡлатып һөҙәләр. Шунан буҙаны, әсеһен өсөн, ябып торорға. Әҙер буҙа ҡуйы ғына, әскелтем, иретелгән һары май төҫөндә була.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: