Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2023, 12:36

«АУЫРҒАЗЫ» ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ ФИНАЛҒА СЫҠТЫ

Республикала барған «Театр. Ижад. Талант» ауыл үҙешмәкәр театрҙары фестивалендә беҙҙең райондың халыҡ театры яҡшы сығыш яһаны

«АУЫРҒАЗЫ» ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ ФИНАЛҒА СЫҠТЫ
«АУЫРҒАЗЫ» ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ ФИНАЛҒА СЫҠТЫ

«Театр. Ижад. Талант» ауыл үҙешмәкәр театрҙары фестиваленең һуңғы этабында финалсылар билдәләнде. Сара РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арнала.

Режиссер Гөлгөнә Хәмитова етәкселек иткән «Ауырғазы» халыҡ театры был фестивалдә Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө» драмаһын сәхнәләштерҙе. Театр коллективы ун иң яҡшы ижади коллективтарҙың береһе булып финалға сыҡты. Улар 28 февралдә Бишбүләк Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ. Театр коллективына уңыштар теләйбеҙ!

 

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың 32 районынан һәм Рәсәй Федерацияһының өс субъектынан (Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе) бөтәһе 62 ғариза килгән. Һайлап алыу этабында рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари телдәрендә һәм төрлө жанрҙағы спектаклдәр - драмалар, мелодрамалар, музыкаль комедиялар, трагикомедиялар, героик комедиялар тәҡдим ителде.

Финалға сыҡҡан ун спектакль «Театр. Ижад. Талант» проектының «Иң яҡшы ауыл үҙешмәкәр театры», «Иң яҡшы ауыл үҙешмәкәр театры етәксеһе (режиссеры), «Иң яҡшы актер - һәүәҫкәр» номинацияларында билдәләнәсәк. Шулай уҡ абсолют еңеүсе- фестиваль Гран-приһын яулаусы асыҡланасаҡ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: