Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2022, 13:02

Аҡбулатов Мөҙәрис Әмерхан улы хаҡындағы хәтирәләрем

27 декабрҙә I класлы осоусы-истребитель, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, 6 миҙал менән бүләкләнгән гвардия майоры Мөҙәрис Аҡбулатовтың тыуыуына 90 йыл (27.12.1932 – 19.06.1970) тула. Ул Ауырғазы районының Усман (Ҡаҙморон) ауылында тыуып үҫкән. Ошо юбилейы айҡанлы ҡыйыу яҡташыбыҙҙың туғаны, Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Гөлфирә Ғәскәрова беҙҙең уҡыусылар өсөн үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Аҡбулатов Мөҙәрис Әмерхан улы хаҡындағы хәтирәләрем
Аҡбулатов Мөҙәрис Әмерхан улы хаҡындағы хәтирәләрем

Дүрт туған ағайым Аҡбулатов Мөҙәрис минең иҫемдә ҡуйы ҡара сәсле, ҡап-ҡара ҡашлы, гел яғымлы йылмайып ҡараған ҡара күҙле, мөһабәт кәүҙәле ир-уҙаман булып ҡалған. Бәлки ул тиклем баһадирҙарса ла булмағандыр буй-һыны. Тик миңә, һигеҙ-ун йәшлек балаға шулай күренә торғайны, сөнки ул үҙенең һайлаған һөнәре, хәрбиҙәрсә ыҫпай, төҙ баҫып йөрөүе менән мин белгән башҡа ағайҙарҙан бер башҡа бейегерәк һымаҡ тойола ине.

 

Отпускыға ҡайтҡан саҡтарында ап-аҡ түңәрәк йөҙлө, килешле генә итеп ҡабартып таралған сәсле, матур күлдәк-туфли кейгән Сания еңгә менән урамдан ҡултыҡлашып үткән мәлдәре бөгөнгөләй күҙ алдында тора. Был бәхетле парға һоҡланмаған кеше булмағандыр ауылыбыҙҙа. Үҙҙәре һымаҡ уҡ матур, һомғол буйлы аҡыллы ике ул үҫтерә инеләр. Тик Илдарға – ун өс, Инсарға ни бары туғыҙ йәш тулғанда Мөҙәрис ағайҙың ғүмере өҙөлөп ҡалды...

 

1970 йылдың май айы. Мин Ишембай ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә 7-се класты тамамлап киләм. Һәр йәкшәмбе көн беҙҙе кинотеатрға алып бара торғайнылар. Был юлы режиссерҙар Николай Литус менән Леонид Ризиндың илебеҙҙең Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итеүселәргә арналған “Осошло көндәр” (“Дни летные”) исемле фильмын күрһәттеләр. Кино төшөрөүҙә ҡатнашҡан ижади коллектив менән таныштырыусы титрҙар экран буйлап аҡрын ҡына өҫкә шыуыша. Һәм... нимә был? Эпизодтарҙа төшкән кешеләрҙең исемлеге араһында ҡапыл үҙебеҙҙең ғаилә фамилияһын күреп шаҡ ҡатам. Ә исеменең тәүге хәрефе  – “М”! Был Мөҙәрис ағайыммы икән әллә, тигән уй килә башыма. Йотлоғоп, бар иғтибарымды туплап, экрандағы кешеләрҙең йөҙҙәрен генә байҡайым. Шунлыҡтан фильмдың йөкмәткеһе бик иҫемдә лә ҡалмаған. Ниһайәт, киноның аҙағына табан ғына хәрби осоусыларҙың сафҡа теҙелеп баҫып торғанын һәм иғтибарһыҙлығы арҡаһында ҡыҙыҡ хәлдә ҡалған иптәштәренән ҡысҡырып көлгәнен күрһәткән эпизод килеп сыҡты. Тап шунда беренсе рәттә Мөҙәрис ағайымдың рәхәтләнеп көлөп торған йөҙө экранда сағылды...

 

Эй, шул минутта ҡыуаныуҙарым! “Быйыл йәй отпускыға ҡайтҡанында Мөҙәрис ағайға һөйөнсөләп, ошо ваҡиға тураһында һөйләрмен әле”, - тип уйланым. Әммә был хыялыма тормошҡа ашырға яҙмаған булып сыҡты. ...Июнь аҙаҡтарында Әмерхан бабайым менән Сәрүәр әбейемде, барлыҡ туған-тыумасаны, бөтөн ауылды ҡара ҡайғыға һалып, йән өшөткөс хәбәр килеп төштө: “I класлы осоусы-истребитель, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, 6 миҙал менән бүләкләнгән гвардия майоры Аҡбулатов Мөҙәрис Әмерхан улы хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк булды”.

 

Ауылыбыҙҙың беренсе хәрби осоусыһы, бар яҡташтарҙың ғорурлығы булған ағайымды ерләгән көн дә мәңге хәтеремдә. Ҡурҡыу белмәҫ тоғро дуҫтарын һуңғы юлға оҙатырға килгән офицерҙар мәрхүмдең наградалары беркетелгән атлас мендәрҙәрҙе тотоп, зыяратҡа юл алды. Улар артынан урам тултырып ауылыбыҙҙың йәше-ҡарты эйәрҙе. Бикле цинк табутты ер ҡуйынына һалғандан һуң, ҡәберлек тынлығын ярып, залп яңғыраны. Әйтерһең дә, күккә мылтыҡтарҙан атылған пулялар түгел, ә мәрхүм ағайыбыҙҙың йөрәге, ярсыҡланып, үҙен гел саҡырып торған зәңгәр киңлеккә осто...

 

Гөлфирә ҒӘСКӘРОВА (АҠБУЛАТОВА).

Дәүләкән ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: