Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2022, 21:19

ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҒЫНДА ҺЕҘ КӘРӘК!

Бөгөн Кәлсер мәктәбендә күркәм сара үтте. Ул Ватанды һаҡлаусы ир-егеттәр  данына арналды.

ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҒЫНДА ҺЕҘ КӘРӘК!
ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҒЫНДА ҺЕҘ КӘРӘК!

Кәлсер мәктәбендә лә патриотик тәрбиәгә мөһим урын бирелә. Бөгөн бында локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта барған хәрби операциянан ваҡытлыса ялға булған һәм хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егеттәр саҡырылды.  Улар араһында ошо мәктәпте тамамлап сығыусы Рәсим Биккинин менән Артур Сәлимов та бар ине. Мәктәп уҡыусылары патриотик тематикалы концерт менән сығыш яһап, йырларға, бейергә маһир икәнлектәрен күрһәтте. Һәр номерҙы ихлас ҡул сабып оҙаттылар. Был сараның йөкмәткеһе тәрән, биҙәлеше яғынан да урынлы булды.

Мәктәп директоры Эльвира Исламғолова, мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Әлимбәков егеттәргә хәрби хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.  

 

Кешәнле ауылы егете Рәсим әйтеүенсә, һәр ерҙә коллективтың берҙәм булыуы ҙур көс булған кеүек, яу ҡырында ла берҙәмлек, бер-береңә ярҙамға килеү кеүек сифаттар оло әһәмиәткә эйә. Бер ғаилә кеүек булғанда бөтә ауырлыҡтарҙы ла үткәреүе еңел, ти ул. Физик әҙерлек менән бергә рухи ныҡлыҡтың тиң булыуына ла баҫым яһаны. Әйткәндәй, ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

  • Ситтә, бигерәк тә беҙҙең хәлдәге шарттарҙа, атай-әсәйҙең, туғандарҙың ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың. Улар беҙҙең өсөн таяныс, әҙ генә һөйләшеп, тауыштарын ишетеү, хәлдәрен белеү – ҙур һөйөнөс. Тыуған ерҙәр ныҡ һағындыра. Барыһы ла иҫән булһындар, тип теләйем.

Үҙегеҙ ҙә иҫән-һау булып, барығыҙ ҙа имен-аман, еңеү менән тыуған йорттарығыҙға ҡайтырға яҙһын. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Ошондай ир-егеттәр үҫтергән ата-әсәләр алдында баш эйәбеҙ. Йәш быуындың аңына, булмышына ата-әсәнән, тәрбиәләнгән мөхиттән шундай оло яуаплылыҡ, илһөйәрлек һалына киләлер. Был тойғо ҡандан күсә. Ул бер нисек тә юҡҡа сыға торған төшөнсә түгел. Илебеҙгә, уның тыныслығына хәүеф янаһа, уны һаҡларға, яҡларға кәрәк. Тарих күрһәтеүенсә, халҡыбыҙ иңенә төрлө һуғыштар ауырлығы төшкән, ир-аттары яуҙа ҡатнашмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр. Әлеге ваҡытта ла хәрби операцияла ҡатнашыусылар ата-бабаларының данына тап төшөрмәй. Уларҙың барыһының да иҫән-һау тыуған яҡтарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.  

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: