Рух
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2022, 13:04

ӨФӨЛӘ КҮЛДӘР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

“Йылы күле – Өфө халҡы өсөн айырыуса әһәмиәтле урын. Бында матур, тыныс, уңайлы. Тик унда үҙгәрештәр талап ителә, яр буйҙарында тәртип урынлаштырырға, күлде таҙартырға кәрәк”, -  тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.

ӨФӨЛӘ КҮЛДӘР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ
ӨФӨЛӘ КҮЛДӘР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

“Йылы күле – Өфө халҡы өсөн айырыуса әһәмиәтле урын. Бында матур, тыныс, уңайлы. Тик унда үҙгәрештәр талап ителә, яр буйҙарында тәртип урынлаштырырға, күлде таҙартырға кәрәк”, -  тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.

Ошо маҡсатта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ менән осрашып Йылы күле, Баландин бульварын төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.


Йылы күлен төҙөкләндереү проекты ике этапҡа бүленә. Өфө хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова һөйләүенсә, төҙөкләндереүҙең беренсе этабы 2022 йылда тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ул Йылы күленән Мушников урамны тиклем Баландин бульвары биләмәләре һәм 7\3 һәм 13/8 йорттары араһында күл буйҙарын үҙ эсенә ала. Икенсе этапҡа 2023 йылда күл буйын һәм Баландин бульвары буйын төҙөкләндереү ҡаралған. Төп мәсьәлә - йәйәүлеләр, велосипед юлдары, саңғысылар өсөн трасса, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, ял итеү зоналары булдырыу.


Улар, атап әйткәндә, Йылы күленең экосистемаһын һаҡлау кәрәклегенә иғтибар итте һәм һыу ятҡылығы тирәләй йәшел зонаны һаҡлауҙы һораны. Төҙөкләндереү сиктәрендә биләмәне ҡороған ағастарҙан таҙартасаҡтар һәм үҫентеләр ултыртасаҡтар, тине Радий Хәбиров. Ә күл үҙе сүп-сарҙан таҙартыласаҡ.

– Һыу объекттары менән эшләү өсөн һәр саҡ ҡатмарлы, уның төбөн тикшерергә кәрәк. Күлдең экосистемаһын һаҡлау мөһим. Подрядсыларыбыҙҙың тәжрибәһе ҙур, – ти Радий Хәбиров. – Бында коммерция объекттары төҙөлгән инде. Беҙҙең мәсьәлә – улар менән уртаҡ тел табып, эшҡыуарҙарҙың да, халыҡтың да мәнфәғәтен хәстәрләү. Ике пляж бар, икеһе лә түләүле. Йылы күле буйында түләүһеҙ пляж кәрәк. Объекттар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә йыһазландырыласаҡ.

Проекттың дөйөм хаҡы 191,8 миллион һум тәшкил итәсәк, шуның 178,6 миллион һумы – федераль аҡса.

Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең әүҙем ялы өсөн скейт-парк, футбол яланы һәм амфитеатр булдырыласаҡ.

Бынан тыш, Өфөнөң 450 йыллығына Йылы күле янында ишкәк слаломының күп функциялы комплексы төҙөлә. 396,1 миллион һумлыҡ спорт объекты Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән.

Ҙур һәм техник яҡтан ҡатмарлы ҡоролманы 2023 йылда асырға ниәтләйҙәр. Проектты тормошҡа ашырыуға аҡса һалынған да инде.

Башҡортостан байдарка һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсылары һәм тренерҙары республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе һәм был комплекстың командалар әҙерләү һәм төрлө ярыштар үткәреү өсөн мөһимлеген билдәләне.

Башҡортостан Башлығы ҡаланың төньяҡ өлөшөндә 450 йыллыҡ юбилейға бер нисә ҙур спорт объекты – көрәш һәм волейбол үҙәктәре барлыҡҡа киләсәген дә белдерҙе. Бынан тыш, 2022 йылда Инорс биҫтәһендә 1 650 урынлыҡ яңы мәктәп асыласаҡ.

Башланғысты “Берҙәм Рәсәй” партияһының “ҡала мөхите” проекты сиктәрендә баш ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына ҡарата тормошҡа ашыралар.

 

ФОТОЛАР Р.Хәбировтың сәхифәһенән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: