Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2022, 20:00

АТЛЫ-САНАЛЫ ПАРАД КҮҢЕЛЛЕ ҮТТЕ

4 ғинуарҙа Өфөлә төрлө райондарҙан саналар таҡҡан аттар экипаждары йыйылды. Ағиҙел яр буйы дәртле музыкаға, шат тауыштарға күмелде.

АТЛЫ-САНАЛЫ ПАРАД КҮҢЕЛЛЕ ҮТТЕ
АТЛЫ-САНАЛЫ ПАРАД КҮҢЕЛЛЕ ҮТТЕ

4 ғинуарҙа Өфөлә төрлө райондарҙан саналар таҡҡан аттар экипаждары йыйылды. Ағиҙел яр буйы дәртле музыкаға, шат тауыштарға күмелде.

TERRA ZIMA Яңы йыл фестивале сиктәрендә ойошторолған был күркәм сарала һәр район вәкилдәре баһалама ағзалары янынан матур итеп биҙәлгән аттарҙа үтте.


Был ғәжәп йөрөштә ауырғазылар ҙа ҡатнашты. Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, гармунсыны санаһына ултыртып, Талбазы мәктәбе уҡытыусыһы Рифат Рәшитов сағыу биҙәлгән атында елдертеп, майҙанды уратты.

Тышта һалҡын ғына булыуға ҡарамаҫтан, байрам ойошторолған майҙанда әртистәр концерт номерҙары менән ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрҙе, яҡшы кәйеф өҫтәне.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: