Рух
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2022, 18:00

ЯНҒЫНДАР БУЛМАҺЫН ӨСӨН

АУЫРҒАЗЫ РАЙОНЫНДА ЯНҒЫНДАРҘЫ ИҪКӘРТЕҮ БУЙЫНСА ЭШ КӨСӘЙТЕЛДЕ

ЯНҒЫНДАР БУЛМАҺЫН ӨСӨН
ЯНҒЫНДАР БУЛМАҺЫН ӨСӨН

Ғәҙәттә байрам осоронда хәүефһеҙлек өсөн яуап биреүсе хеҙмәттәрҙең эше лә арта. Әле лә районда янғындарҙы профилактикалау һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау өсөн эш режимы көсәйтелгән.


Был саралар комплексы сиктәрендә шәхси секторҙа 149-сы янғын-ҡотҡарыу бүлеге һәм ауыл советтары вәкилдәре ауылдарҙа халыҡ менән инструктаж үткәрҙе, тематик агитация материалы таратты. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм төп саралар тураһында киҫәтелде, торлаҡты, урын-ер ҡаралтыларын тейешле кимәлдә тотоу буйынса аңлатма бирелде. Ғәҙәттән тыш хәл осрағына килтереү мөмкинлеге тыуҙырған хаталар тураһында хәтерҙәренә төшөрҙөләр.


Рейд ваҡытында бигерәк тә электр һәм газ ҡоролмалары, йылытыу системалары, плитәләр менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Белгестәр мунса һәм камин яҡҡанда икеләтә һаҡ булырға ҡушты.

 

Хәүефһеҙлек өсөн тәү шарт булып торлаҡта төтөнгә һиҙгер автоном янғын приборы ҡуйыу тора. Шулай уҡ тейеш булмаған ерҙәрҙә тәмәке тартыуҙан тыйылырға кәрәк.

(Ауырғазы район хакимиәте сайты материалы буйынса әҙерләнде).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: