Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2021, 10:05

Башҡорт теле көнөнә арналған марафон йөкмәткеле буласаҡ

14 декабрь Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Быйыл иһә юбилей йылы - Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл. Ошо сара айҡанлы, республикала бихисап ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар үтәсәк.

Башҡорт теле көнөнә арналған марафон йөкмәткеле буласаҡ
Башҡорт теле көнөнә арналған марафон йөкмәткеле буласаҡ

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнәсәк. Иҫтәлекле датаға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк, Аҡмулланың киң билдәле  “Нәсихәттәр” шиғырында билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ. 

Марафонға старт 7 декабрҙә бирелә. Бер аҙна эсендә,  14 декабргә тиклем, ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышлана: 7 декабрь –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрь – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрь – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрь – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрь – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрь «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрь – «Башҡорт теле – ихлас тел» темаһы буйынса үтәсәк.

“Без башкортлар” башҡорт рок-башҡарыусылары кисәһе, “М. Аҡмулланың аҡ юлы” әҙәби кисәһе, йәштәр өсөн "Йомробаш” интеллектуаль уйыны, Башҡортостандың милли инновациялы мәктәптәре етәкселәре форумы, “Телгә бәйле... ” старт-сессияһы  - ошо саралар аҙна дауамында бер-береһен алыштырасаҡ.

 Ошо марафон сиктәрендә Ғафури районында  Жәлил Кейекбаевҡа бюст асыу, “Дан юлдар үткән уҙамандар” темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороу планлаштырылған.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы грантына “Кубоктар лигаһы” КВН финалы, “Әсәм теле - сәсән теле” шиғри бәйгеһе үтәсәк.

Әлбиттә, мәҙәни саралар иҫәбендә М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға бағышланған байрам концерты, Миәкә районы хакимиәте башлығы мәғрифәтсе исемендәге премиялар тапшырасаҡ.

14 декабрҙә М. Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыу, стипендиаттарға махсус премиялар тапшырыу тантаналары үтәсәк. Уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм онлайн-дәрес үтәсәк.

“Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы “Башҡорт теле – яңы ҡараш” башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү проектарын презентациялау, “Ритайым” йәштәр сараһы ойоштороласаҡ, һәр районда тематик саралар уҙасаҡ.

Белем биреү ойошмаларында башҡорт телендә радио, телевидение  көнө; Аҡмулла шиғырҙарын башҡортса һәм “Akmullaworldchallenge” сит телдәрҙә уҡыу видеомарафоны, башҡорт теле буйынса  этноквиз, “Бикбай уҡыуҙары” төбәк-ара конкурсы һәм башҡа төр саралар үткәреү ҡаралған.

Фото: ukrtb.ru

Республика матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: