Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2021, 10:48

ЗӨЛФИӘ ХАЛЫҠ-АРА ПРЕМИЯҒА ДӘҒҮӘ ИТЕҮ КОНКУРСЫНА САҠЫРЫУ АЛДЫ

Ул  17-20 июндә Санкт-Петербургта үткән V Халыҡ-ара «Ғәжәп утрау» («Дивный остров»)  музыкаль-художество ижады конкурс-фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә иреште.

ЗӨЛФИӘ ХАЛЫҠ-АРА ПРЕМИЯҒА ДӘҒҮӘ ИТЕҮ КОНКУРСЫНА САҠЫРЫУ АЛДЫ
ЗӨЛФИӘ ХАЛЫҠ-АРА ПРЕМИЯҒА ДӘҒҮӘ ИТЕҮ КОНКУРСЫНА САҠЫРЫУ АЛДЫ

Райондың «Зәңгәр шишмә» әҙәби берләшмәһе ағзаһы, Ауырғазы районына арналған гимн авторы, шиғыр-хикәйәләр яҙыусы Зөлфиә Ғәзиева район, республика кимәлендә үткән төрлө ижади сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

 

Ул  17-20 июндә Санкт-Петербургта үткән V Халыҡ-ара «Ғәжәп утрау» («Дивный остров»)  музыкаль-художество ижады конкурс-фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә иреште.

 

Зөлфиә Ғәзиева үҙе ижад иткән шиғыр һәм йырҙары менән сығыш яһаны һәм призлы урындар яуланы.

 

Ижадсы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге «START звезды» халыҡ-ара премияһын алыуға дәғүә итеү конкурсында ҡатнашыуға саҡырыу ҡағыҙы алды. Был төп приз  уның өсөн ҙур һөйөнөс булды.

З.Ғәзиева Санкт-Петербургҡа барыу һәм сығыштарын үткәреүгә ярҙам иткәндәре өсөн  район хакимиәте һәм Үҙәк китапханалар селтәренә ҙур рәхмәтле.

 

(Ғ.Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһы мәғлүмәте буйынса әҙерләнде).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: