Рух
+21 °С
Дождь

Радий Хәбиров Бөрөлә тематик майҙансыҡтарҙа булды

8 июлдә Бөрөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны, «Бәхет территорияһы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән бергә Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты.

Радий Хәбиров Бөрөлә тематик майҙансыҡтарҙа булдыРадий Хәбиров Бөрөлә тематик майҙансыҡтарҙа булды
Радий Хәбиров Бөрөлә тематик майҙансыҡтарҙа булды

Төбәк етәксеһе әһәмиәтле көн хөрмәтенә ойошторолған VII Республика фестиваленең тематик майҙансыҡтарында булды.

Ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү үҙәге булып ҡаланың Октябрь майҙаны торҙо. Бында төбәк етәксеһе изге Троица кафедраль соборында үткән байрам намаҙында ҡатнашты. Уны Өфө Һәм Башҡортостан Митрополиты Филарет үткәрҙе.

Радий Хәбиров ҡатыны менән ғаиләнең ҡурсалаусылары Петр һәм Феврония Муромскийҙар һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, скульптура композицияһын теүәл ике йыл элек Башҡортостан Башлығы башланғысы менән асҡандар. Монумент урта быуат кәмәһе рәүешендә постаментҡа баҫып торған изгеләрҙең ирле-ҡатынлы пар һүрәтенән ғибәрәт. Кенәз менән принцесса ҡулдарын тотоп, бер-береһенә ҡарай.

Төбәк етәксеһе ирле-ҡатынлы Александр менән Наталья Первушевскийҙарҙы бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығы менән, ә никахҡа ингән МХО ҡатнашыусыһы Константин Гребенщиков менән Карина Дьяконованы яңы ғаилә булдырыу менән ҡотланы.

Артабан республика Башлығы «Бала тыуыуҙан алып ғаилә бизнесына тиклем» күргәҙмәһен ҡараны. Бында ҡаланың медицина-фармацевтика һәм күп профилле колледждары, шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы етәкселәре үҙҙәренең ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.

Республика модельерҙары байрам майҙансығында яңы кейем коллекцияларын, Ә Башҡортостандың тарихи-мәҙәни үҙәктәре – республика халыҡтарының милли традицияларын тәҡдим итте.

Мәғсүт Бәширов исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең йәш рәссамдары ла фестиваль ҡунаҡтарына үҙҙәренең әҫәрҙәрен күрһәтте. Ә һөнәрселек йәрминкәһендә Радий Хәбиров ҡатыны менән бер нисә ҡул эштәре һатып алды, Уларҙы Өфө хосписына тапшырырға ниәтләйҙәр.

Тематик экспозицияларҙы ҡараған саҡта Көйөргәҙе районы вәкилдәре Башҡортостан Башлығына «Фестивалле Көйөргәҙе» проектын тәҡдим итте, ул 2026 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ул хакимиәт ярҙамында ойошторолған ауыл биләмәләренең бренд сараларын үҙ эсенә ала. Радий Хәбиров урындағы властарҙың башланғысын ыңғай баһаланы һәм бындай тәжрибәне бөтә республикаға өйрәнеү мөһим, тип билдәләне.

Бөрөнөң үҙәк майҙанында төбәк етәксеһе шулай уҡ Ғаиләләр парадында һәм Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығы һәм берҙәмлеге символы булған ҙур байрам әйлән-бәйләнендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

- Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө - байрам ғына түгел. Ул бөтә күп милләтле илебеҙҙе берләштергән дөйөм идеяға әүерелде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шуныһы мөһим: йылдан-йыл кешеләрҙә ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар арта бара. Сөнки ил өсөн еңел булмаған осорҙо тәү сиратта туғандарыбыҙға һәм яҡындарыбыҙға – ғаиләләребеҙгә таянып үткәрәбеҙ.

Автор:
Читайте нас