Октябрь майҙанында күп балалы ғаиләләр, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ир менән ҡатын, яңы өйләнешкән һәм балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр тәбрикләнде.
Республика халҡын ҡотлап, төбәк етәксеһе йәмғиәт тормошонда ғаиләнең айырым ролен билдәләне.
«Ауыр ваҡытта һәр кешегә таяныс кәрәк. Беҙ уны туғандарыбыҙҙа, яҡындарыбыҙҙа, шулай уҡ ҙур күп милләтле илебеҙҙә табабыҙ. Бөгөн төп бурысыбыҙ - Еңеү өсөн барыһын да эшләү, егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын. Бының өсөн ярҙам һәм мөхәббәт мөһим. Һәр кем үҙ эше менән намыҫлы шөғөлләнергә тейеш. Шуға күрә мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Быларҙың барыһын да кешеләрҙең Башҡортостанда йәшәргә теләүе, йәштәрҙең бында ғаилә ҡороуы һәм балалар тәрбиәләүе өсөн эшләйбеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Ҡотлау менән шулай уҡ «Бәхет территорияһы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова сығыш яһаны. Ул ғаиләнең кешене ғүмер буйы оҙатып йөрөүен һәм ата-әсәләрҙең балаларға тапшырған төп ҡиммәте булып ҡалыуын билдәләне.
Тантаналы сара барышында Радий Хәбиров күп йылдар бергә йәшәгән ирле-ҡатынлыларға һәм күп балалы ата-әсәләргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Бынан тыш, «Ғаиләгә һәм балаларға дуҫ ҡала» брендлы наградаһын Дүртөйлө алды. Статус ҡала мөхитенең сифатын баһалау һәм халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса бирелә.
Байрамдың иң тулҡынландырғыс мәлдәренең береһе булып дүртенсе бала тыуыуын көткән Айым һәм Рим Рәхимовтар ғаиләһенең ҡатнашыуы тора. Ата-әсәһенең үтенесе буйынса Радий Хәбиров буласаҡ сабыйҙың енесен иғлан итте -
ғаиләлә малай тыуа. Етенсе тапҡыр уҙғарылған фестиваль йылдан-йыл республикала йәшәүселәрҙе берләштерә һәм ғаилә ҡиммәттәренә нигеҙләнгән халыҡ байрамына әүерелде, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
Фото: https://glavarb.ru